Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

100 километр арауыҡты үтте!

Салауат районынан Ильяс Хужин 20 градус һыуыҡта 100 километр арауыҡты саңғыла үткән берҙән-бер спортсы булды. “Өфөнөң тимер йөҙө” тип исемләнгән саңғы марафонында 100, 50, 25 һәм 12 километр арауыҡҡа ярыштылар. Был юлы Рәсәйҙең төрлө төбәгенән һәм Ҡаҙағстандан 200 тирәһе кеше ҡатнашты. Сара Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арналды. Беренсе тапҡыр Салауат районы тарихында райондың Илтәй ауылынан Ильяс Хужин 100 киломтр арауыҡты рекордлы ҡыҫҡа ваҡытта – биш сәғәт 56 минутта үтте. Быға тиклем дә ул еңеүҙәр яулаған, был юлы тағы дүртенсе урын өҫтәлде. Өҫтәүенә, ул марафонда ҡатнашҡан иң йәш спортсы булды. 12,5 километр арауыҡҡа ярышта Арҡауыл ауылынан Артем Аҙнабаев икенсе урынға сыҡты. Фото, сығанаҡ: Салауат районы хакимиәте.