Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ярата инем бит һине...

Әллә ниңә беҙҙең күрше Зәкир ҡатындарҙан уңманы. Холҡо ла арыу, буй-һыны ла бына тигән үҙенең. Берәй ҡыҙҙан ҡарғыш алғанмы, рәнйеше төшкәнме әллә, тип беҙгә ингәндә уның әсәһенең дә ҡайғырып һөйләп ултырғанын хәтерләйем. Ә Зәкирҙең ҡустыһы ул яҡтан бәхетле булып сыҡты: күрше ҡыҙға өйләнде лә ситкә сығып китеп, матур ғына йәшәп алды ла киттеләр. Һәр хәлдә, тауыш-тындары ишетелгәне юҡ. Ә Зәкир өс ҡатын алып ҡараны, балалары тыуып та өлгөрмәҫтән айырылышырға гел бер сәбәп табылып торҙо. Иң тәүге кәләше үҙенән биш-алты йәшкә бәләкәй, училищены саҡ тамамлаған күрше райондан Сәкинә исемле етем ҡыҙ ине. Күршем үҙе һөйләүенсә, Өфөнән ҡайтып килгәнендә автовокзалда уны тәүгә күргән. Шунда бер-ике ауыҙ һүҙ менән танышҡандар инде, "аҙаҡ тыйнаҡ йылмайыуы менән ҙур һоро күҙле ҡыҙ күҙ алдымдан китмәне лә ҡуйҙы" тип һөйләгән ул дуҫтарына. Берҙән-бер көн күрше районда йәшәгән шул ҡыҙҙы һоратырға барғандар. Яусыларға ҡыҙҙан бигерәк ағаһы менән еңгәһе шатланған шикелле, улар йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләгән, тиҙ генә мулла ла килтереп еткергәндәр. Шулай итеп, ҡыҙҙың ҡулын ғына һорарға барған ерҙән никахлы ир менән ҡатын булып ҡайтып төшәләр. Еңгәй күрергә беҙ ҙә барҙыҡ, "матур ғына икән" тип баһа биргәнебеҙҙе лә иҫләйем әле. Бигерәк күндәм булып сыға Сәкинә. Беренсе көндән ҡәйнә йортонда баш баҫып йорт эштәренә сума. Уның шулай шым ғына гел нимәлер эшләп йөрөүе күпте күргән ҡәйнәне һағайта төшә. Был бала үҙен нимәгә шулай ғәйепле тота икән тигән һорау уның күңеленә көйөк булып ята. Оҙаҡламай барыһы ла асыҡлана: үҙенән-үҙе йомро кәүҙәле күренгән киленкәйҙәре биш айҙан бәпес алып ҡайтырға тип район үҙәгендәге дауаханаға ята. Зәкир был хәлгә шаңҡып ҡала, бик ныҡ ҡайғыра. Нисек ул танышҡанда уҡ ҡыҙҙың ауырлы икәнен һиҙмәне икән? Ниңә үҙе бер ни ҙә һөйләмәгән? Кемдеке инде ул бала? Нисек шулай алданды ул? Ҡыҙҙар менән мөнәсәбәттә тәжрибәлемен тип уйлай торғайны бит. Ә бында бер йәш кенә ҡыҙ баланан алданған. Хәҙер егеттәр күҙен дә астырмаясаҡ инде... Шуларҙы уйлап ғәрләнгән егет ҡатынын бала табыу йортонан барып алмай. Уныһы, бер ҡулына сабыйын, икенсеһенә төргәген тотоп, юл ыңғай машинаға ултырып үҙе ҡайтып төшә. Ҡайта ла берәүгә лә ҡарамай, шым ғына тағы баш баҫып эшкә тотона. Был юлы икеләтә тырышлыҡ һәм ныҡышлыҡ менән. Тик ғәрсел Зәкир балаға ла, ҡатынына ла яҡынламай шул. Бөтәһен дә күреп, йәштәрҙең хәлен үҙ башынан кисергәндәй йөрөгән әсәһе: "Кеше балаһын улай ыҙалатма, улым. Йәшәгең килмәй икән, һөйләшеп, алып барып ҡуй. Икегеҙгә лә ауыр икәнен аңлап торам", - ти улына. Йәш ир менән ҡатын һөйләшкәндән һуң шул асыҡланған: ҡыҙҙың егете булған, яратышып йөрөгәндәр, тик уныһы һөйгәненең ауырлы икәнен белгәс, юҡҡа сыҡҡан. Нимә эшләргә белмәй йөрөгәнендә осраған икән егет ҡыҙға. Ауылына тиклем алып барып ҡуя уларҙы Зәкир. Бахыр килен һығылып илай-илай ултырып китте, тип һөйләй торғайны әсәйем. Икенсе ҡатыны, элекке йөрөгән ҡыҙы, Зәкирҙең яңғыҙ ҡалғанын ишеткәс тә үҙе килеп етә. "Һинһеҙ йәшәй алмайым, бергә булайыҡ" ти ул. Юғары белемле ҡатын тәүҙә үҙен тыйнаҡ ҡына тота, аҙаҡ, өйрәнеп алғас, ирен дә, уның туғандарын да һанға һуҡмай башлай. Етмәһә, балалары ла булмай. Йорт эштәренә лә ҡыҫылмай, ҡатын-ҡыҙ мәшәҡәттәре лә уны борсомай. Тиҙ һыуына унан Зәкир, өйҙә торғоһо ла килмәй, эштән һуң иптәштәре менән осрашып, һуҡмыш ҡайтҡылай башлай. Шул арҡала гел тауыш сыға, ир менән ҡатынды бәйләп тоторлоҡ бер ниндәй сәбәп ҡалмай. Һөҙөмтәлә - тағы айырылышыу... Унан һуң тағы берәү менән йәшәп ҡарай бит әле. Уныһы ирҙән айырылған бигерәк үткер ҡатын була. Килгән көндән үк ҡәйнәһенең өйөндә үҙ ҡағиҙәһен урынлаштырырға маташа. Бар белгәне кәйеф-сафа ҡороу була, йә өйҙә, йә берәйһендә. Былай ҙа теге ваҡыт саҡ эскегә бирелмәй, үҙен ваҡытында ҡулға алып өлгөргән Зәкир кире шул һаҙлыҡҡа батмаҫ өсөн быныһы менән дә ташлашыуҙы хуп күрә. "Бигерәк скушныйһығыҙ, йәшәй белмәйһегеҙ" тип сығып китә был ҡатыны. Был ҡатын-ҡыҙ барыһы ла бер төрлө була ахыры, тип гүзәл заттан күңеле тамам биҙә ирҙең. Гел таянысы булған, бәхете асылһын улымдың тип доға ҡылып ултырған әсәһе лә гүр эйәһе хәҙер. Берҙән-бер ҡустыһы ла ҡырҙа, Себер тарафтарында йәшәп ята. Әсәһе үлгәне бирле ҡайтҡаны юҡ, хатта телефон аша аралашмайҙар. Күршем тураһында ошоларҙы белә инем, бер уңмағас уңманы инде тип әсәйем һөйләп йәлләй торғайны. Әле яңыраҡ тағы өйләнгән икән тип ишеттем. Ҡалала йәшәгән иптәш егете Зәкирҙе бер ҡатын менән таныштырырға саҡырған. Уның да яҙмышы һинекенә оҡшаған, кил иртәгә, тигәс, барған был. Саҡырылған өйҙә уны иң тәүге ҡатыны ҡаршы алған. "Бик үҙгәрмәгән дә: шул уҡ оялсан күҙҙәр, шул уҡ баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ. Бер килгәс, сығып китеп булмай. Һөйләшеп киттек, теге бәпес ҙурайып, юғары уҡыу йортона ингән икән, үҙе ҡабат кейәүгә сыҡмаған. Элек йөрөгән егете килеп ҡараған ул, тик Сәкинә, ғәфү итә алманым, ти. Теге ваҡыт алдан уҡ дөрөҫөн һөйләмәгәнмен, ярата инем бит һине, мине аңлаған булһаң, бәлки, хәҙерге көндә беҙҙән бәхетле кеше булмаҫ ине тигән ҡатын. Улар шулай бер нисә йыл элек һөйләшә торғандарын да, һуңғы йылдарҙағы тураһында ла һөйләшеп, аңлашып, тағы йәшәп ҡарайыҡ тип бергә ауылға ҡайтып киткән, ти. Әлегә бөтәһе лә яҡшы кеүек, артабан нисек булыр, икеһе лә яңғыҙлыҡтан арыған кешеләр бер бөтөн булып китһен генә ине, ти әсәйем. Шулай була ғына күрһен! Автор фотоһы.