Фәрештәләрҙең ҡанаттары бармы?
Яуап: Эйе, Фәрештәләрҙең ҡанаттары бар
Быға дәлил Аллаһ әйтә: الحَمدُ لِلَّهِ فاطِرِ السَّماواتِ وَالأَرضِ جاعِلِ المَلائِكَةِ رُسُلًا أُولي أَجنِحَةٍ مَثنى وَثُلاثَ وَرُباعَ يَزيدُ فِي الخَلقِ ما يَشاءُ إِنَّ اللَّهَ عَلى كُلِّ شَيءٍ قَديرٌ "Күктәрҙе һәм Ерҙе Барлыҡҡа килтереүсе, һәм ике, өс һәм дүрт ҡанатлы Фәрештәләрҙе Рәсүл иткән Аллаһҡа барлыҡ хәмд-маҡтауҙар булһын! Ул мәхлүктәренә Үҙе теләгәнсә бер-береһенән өҫтөнлөк бирә. Аллаһ бар нәмәгә Ҡөҙрәтле!". (Фатыр сүрәһе, 1-се аят).
Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa