Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы 28 мартта парламенттың пленар ултырышының көн тәртибенә эттәрҙе бәйһеҙ һәм морондоҡһоҙ йөрөткән өсөн штрафтарҙы арттырыу тураһында закон проектын индерҙе. Депутаттар закон проектын аҙаҡҡы уҡыуҙа ҡараясаҡ. – Ғәмәлдәге Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекста 500-ҙән 2 мең һумға тиклем штраф ҡаралған, – тип аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев. – Был норма индерелгәндән һуң ун йыл үтте. Бөгөн иһә был тәрбиәүи һөҙөмтәгә килтереүсе сумма түгел. Штраф күләмен арттырырға тәҡдим ителә. Закон проектының тексына ярашлы, ”йәмәғәт урындарында эттәрҙе бәйләмәйенсә һәм (йәки) морондоҡһоҙ йөрөтөү (эттәрҙең бүлмәлә йәшәй торған декоратив тоҡомдарынан тыш) граждандарға ике мең һумдан дүрт меңгә тиклем административ штраф һалыуға килтерә“. – Эттәрҙе тышта йөрөтөү ҡағиҙәләре кешеләрҙең һәм башҡа хайуандарҙың хәүефһеҙлеге өсөн индерелә, – тине Константин Толкачев. – Йорт хайуандарының тәртибе өсөн уның хужаһы яуаплы. Эт кешегә һөжүм иткән осраҡта уның хужаһына ҡарата хатта енәйәт яуаплылығы ла ҡуҙғатылыуы мөмкин. Закон ҡабул итеү эт хужаларын, шул иҫәптән уларҙың үҙ мәнфәғәттәре өсөн дә ҡағиҙәләрҙе үтәргә этәрәсәк. Рузилә Ҡоломбәтова фотоһы.