- Сәсеү календарҙарына ҡарап эшләгәнем юҡ, ләкин һәр ваҡыт орлоҡто шаршамбы, йома кеүек, халыҡ телендә әйткәндә, ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә сәсәм. Иң мөһиме - ваҡытында ҡараһаң, тәрбиәләһәң, йәшелсә уңа. Үрсетмәләрҙе тәүгеләрен күп итмәй генә 20 февраль тирәләрендә сәстем. Улар хәҙер нығынды. Яңыраҡ, март уртаһында ла бер партияһын ултырттым. Күпселек помидор, ҡыяр, борос үҫтерәм. 1 майға үҫентеләрҙе теплицаға күсерәм. Кәбеҫтәләрҙе тура теплицаға ултыртам. Йәшелсәләрҙең матур итеп үҫеүе уларҙы бала кеүек ҡарауымдалыр. Теплицаға сығарғансы, бер тәҙрә төбөнән икенсеһенә күсереп, йылы, яҡтылыҡ етһен тип тырышам. Баҡсаға сығарғас та үҫер әле тигәнем юҡ, ваҡытында йомшартып, ашламалап, утап, һыуын һипһәң генә баҡса уңа. Яратып, ризыҡҡа насип булһын тип үҫтергәс, бер йыл да аҙ уңыш алғаным юҡ, - тип һөйләне баҡса оҫтаһы Фәүзиә Насирова. Фото: Фәүзиә Насированыҡы.