Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылынан Сулпан Хәлитова – мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәре. “Сәхнәләрҙә таң йондоҙо булып балҡыр тип Сулпан тип ошо исемде ҡушҡан атайым. Ысынлап та, йырларға, бейергә, спектаклдәрҙә уйнарға яратам. Әлеге эш урыным тап шул сәхнә эше менән бәйле: Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылының күп функциялы мәҙәниәт йортонда мәҙәни ойоштороусы булып эшләйем, - ти уңған әсәй. - 2008 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағанда, тормош иптәшем Артур менән танышып, тәү ҡараштан бер-беребеҙгә ғашиҡ булдыҡ. Ғаилә ҡороп, әлеге ваҡытта дүрт ул, бер ҡыҙ үҫтерәбеҙ”. Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылында өй һалып, мал, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, донъя көтә уңған ғаилә. Өлкән улдары Айназ 9-сы, ҡыҙҙары Гөлназ 7-се класта уҡый, ҡурайҙа уйнарға өйрәнәләр. Уртансы улдары Ансарға - алты, бәләкәйҙәре - игеҙәк улдары Самат менән Миратҡа - дүрт йәш. Был тиктормаҫ бәләкәстәргә ҡарап хатта күҙ ҡамаша, әйтерһең дә, бар донъя улар тирәләй әйләнә! Ғаилә башлығы Артур оҫта ҡуллы, бар белгәнен улдарына өйрәтә. Ә уңған хужабикә берҙән-бер бөртөк ҡыҙына аш-һыу, өй-йорт эштәрен башҡарыу серҙәре менән уртаҡлаша. “Киләсәктә балаларыбыҙ эшһөйәр, кешелекле, итәғәтле, ысын кеше булып үҫһен өсөн барлыҡ тырышлығыбыҙҙы һалып тәрбиә бирәбеҙ”, - ти Сулпан Хәлитова. Фотолар: Хәлитовтарҙың шәхси архивынан.