Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бөрйән ҡыҙы гран-при яулаған!

Өфө фән һәм технологиялар университетының (элекке БДУ) башҡорт филологияһы, көнсығышты өйрәнеү һәм журналистика факультетының 1-се курс студенты, башҡорт телен һәйбәт белеүе арҡаһында (!!!) айына 58 мең стипендия алып уҡыусы Ҡолғанала тыуып үҫеп, Яуымбайҙа уҡып, аҙаҡ Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатта белем алып, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаларҙа биш йыл рәттән ҡатнашып, призлы урындар яулап, СВОШ-та (төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы) призер булғаны өсөн УУНиТ-ҡа һынауһыҙ-ниһеҙ инеп, юғары стипендияға өлгәшкән Бөрйән ҡыҙы кисә үҙе уҡыған факультетта үткән “Һылыуҡай” конкурсында Гран-при яулаған! Зөлхизә - Ҡолғана ауылы уҙаманы Әғләм Харун улы менән Яуымбай ауылынан Венера Һиҙиәт ҡыҙы Усмановтарҙың өсөнсө балаһы. Мәктәптә лә, гимназияла ла тырыш уҡыусы булған. Уңған ҡыҙ вузда ла һынатмай – “Йәшлек” бейеү ансамблендә шөғөлләнә, “Байыҡ”та ла ҡатнашып өлгөргән, “Йәнгүзәл” этно-фольклор төркөмөндә ҡумыҙҙа уйнай, этно-биҙәүестәр эшләү менән мәшғүл. “Әле мин башҡорт һәм ҡытай теле уҡытыусыһы булырға белем алам. Хыялым - тормошта үҙ урынымды табыу һәм бәхетле йәшәү, башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, балаларҙы иманлы, башҡорт рухлы итеп тәрбиәләү, үҫтереү. Рухым көслө, маҡсаттарым ныҡлы”, - ти Зөлхизә. Эйе, бәғзеләр туған телдән йөҙ сөйөрөп, башҡорт теле нимә бирә, тип төптө яңылышҡанда, Бөрйән ҡыҙы Зөлхизә тел белеүҙең өҫтөнлөктәре менән файҙаланып, яңынан-яңы үрҙәр яулай. Тел Төркөстанға илтер, ти халыҡ мәҡәле, Зөлхизәне тел белеүе Ҡытайға ла илтер, иншәә Аллаһ, Ҡытайға илтмәгәндә лә, шөкөр итерлек - уның кеүек шәп ҡыҙҙар үҙ еребеҙгә лә бик кәрәк! Фото һәм текст сығанағы: "Таң" гәзитенән.