Найти тему

"Ләә Иләәһә иллә Аллаһу үә Мүхәммәд Рәсүлү Аллаһи" шәһәҙәтенең ниндәй шарттары бар?

"Ләә Иләәһә иллә Аллаһу үә Мүхәммәд Рәсүлү Аллаһи" шәһәҙәтенең ниндәй шарттары бар?

Яуап Ләә Иләәһә иллә Аллаһу үә Мүхәммәд Рәсүлү Аллаһи шәһәҙәтенең шарттары ошолар: 1. Ғилем (белеү) وَلَا يَمْلِكُ الَّذِينَ يَدْعُونَ مِن دُونِهِ الشَّفَاعَةَ إِلَّا مَن شَهِدَ بِالْحَقِّ وَهُمْ يَعْلَمُونَ "Аллаһҡа тиңдәш итеп алған заттарығыҙ береһенә лә шәфәғәт итә алмайҙар. Иллә мәгәр, шәфәғәт итә ала кем белгән килеш хаҡ шәһәҙәт килтергән". (Әз-Зухруф сүрәһе, 86-сы аят)

2. Йәҡин (шикләнмәү) إِنَّمَا الْمُؤْمِنُونَ الَّذِينَ آمَنُوا بِاللَّهِ وَرَسُولِهِ ثُمَّ لَمْ يَرْتَابُوا "Ысынлыҡта, мөъминдәр улар кем Аллаһҡа һәм Уның Рәсүленә иман килтерҙеләр һәм шунан һуң һис шикләнмәнеләр". (Худжурат сүрәһе, 15-се аят)

3. Инҡийад (Буйһоноу) وَمَن يُسْلِمْ وَجْهَهُ إِلَى اللَّهِ وَهُوَ مُحْسِنٌ فَقَدِ اسْتَمْسَكَ بِالْعُرْوَةِ الْوُثْقَى وَإِلَى اللَّهِ عَاقِبَةُ الْأُمُورِ "Кем дә кем еренә еткереп ихсанлыҡта үҙен Аллаһҡа буйһондора икән, ул тотондо һис өҙөлмәҫ терәккә. Һәм бар эштең ахыры Аллаһта ғына". (Луҡман сүрәһе, 22-се аят)

4. Ҡабул (Аллаһтан килгән барлыҡ талаптарын, тыйыуҙарын ҡабул итеү) إِنَّهُمْ كَانُوا إِذَا قِيلَ لَهُمْ لَا إِلَهَ إِلَّا اللَّهُ يَسْتَكْبِرُونَ "Ысынлыҡта, ҡасан уларға Ләә Иләәһә иллә Аллаһу тиһәң, улар был һүҙгә эйәрергә тәкәбберлек күрһәтәләр ине". (Әс-Саффаат сүрәһе, 35-се аят)

5. Ихлас (ысын күңелдән Аллаһ ризалығы өсөн ошо шәһәҙәттең мәғәнәһен аңлап әйтеү) أَلَا لِلَّهِ الدِّينُ الْخَالِص "Ихлас-таҙа дин тик Аллаһҡа ғына". (Әз-Зүмәр сүрәһе, 3-се аят)

6. Сидҡ (Тоғролоҡ, дөрөҫ әйтеү) وَلَقَدْ فَتَنَّا الَّذِينَ مِن قَبْلِهِمْ فَلَيَعْلَمَنَّ اللَّهُ الَّذِينَ صَدَقُوا وَلَيَعْلَمَنَّ الْكَاذِبِينَ "Хаҡтыр, уларҙан алда булғандарҙы кемдең иманы тоғро һәм кемдең иманы ялған икәнен белер өсөн, Беҙ һынауҙар аша уҙҙырҙыҡ". (Әл-'Әнкәбүт сүрәһе, 3-се аят)

7. Мөхәббәт (ошо шәһәҙәтте яратыу) يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا مَن يَرْتَدَّ مِنكُمْ عَن دِينِهِ فَسَوْفَ يَأْتِي اللَّهُ بِقَوْمٍ يُحِبُّهُمْ وَيُحِبُّونَهُ "Эй, иман килтергәндәр! Кемдәрегеҙ был диндән кире баш тарта (мөртәд була), Аллаһ улар урынына Үҙе яратҡан һәм улар Аллаһты яратҡан ҡәүемде килтерер". (Әл-Мәидә сүрәһе, 54-се аят)

8. Тағутҡа көфөрлөк килтереү (шәһәҙәткә ҡаршы килгән бар нәмәгә ҡаршы булыу) لَا إِكْرَاهَ فِي الدِّينِ قَد تَّبَيَّنَ الرُّشْدُ مِنَ الْغَيِّ فَمَن يَكْفُرْ بِالطَّاغُوتِ وَيُؤْمِن بِاللَّهِ فَقَدِ اسْتَمْسَكَ بِالْعُرْوَةِ الْوُثْقَى لَا انفِصَامَ لَهَا وَاللَّهُ سَمِيعٌ عَلِيمٌ "Дингә көсләү юҡ. Хаҡ дин ялған-батыл диндән айырылды. Кем дә кем тағуттан баш тартып, Аллаһҡа иман килтерә икән, ул бер ҡасан да өҙөлмәҫ епкә, ҡутарып алынмаҫ тотҡаға тотондо. Аллаһ ул Ишетеүсе, Бар нәмәне Белеүсе". (Әл-Бәҡара сүрәһе, 256-сы аят) ↜ وقد نظمها بعضهم: علمٌ يَقِيْنٌ وَإِخْلَاصٌ وَصِدْقُكَ مَعَ مَحَبَّةٍ وَانقيادٍ والقَبولِ لـهَا وَزِيدَ ثَامِنُهَا الكُفْرَانُ مِنْكَ بِمَـا دونَ الإلهِ مِنَ الأَوْثَانِ قَدْ أَلِـهَا

Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa