Илебеҙ мөһим сәйәси ваҡиғаға әҙерләнә – 15, 16, 17 мартта Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлайбыҙ. Был сараға ойоштороусылар ҙа үтә яуаплы ҡарай: 18 йәше тулған, һайлау хоҡуғы булған Рәсәй граждандары һайлауҙа ҡатнашһын тип тырыша. Ошо маҡсатта “ИнформУИК” проектын ғәмәлгә ашыра, йәғни һайлау комиссияһы ағзалары адрестар буйлап йөрөп, һайлауҙа ҡатнашырға саҡыра. “Рәсәй Федерацияһы буйынса “ИнформУИК” проектын тормошҡа ашырыуҙың 11 көнөндә, 28 февралгә ҡарата, адрес буйынса йөрөүселәр йорт хужалыҡтарының 70,7 процентында булған, 53 миллиондан ашыу һайлаусы менән һөйләшкән. “Һеҙ тауыш биреүҙә ҡатнашасаҡһығыҙмы?” тигән һорауға “Эйе” тип – 81,4 процент, “Барырмын ул” тип 13 процент кеше яуап биргән, ә туғыҙ проценты ситтән тороп тауыш бирергә теләй. Башҡортостан Республикаһында участка һайлау комиссиялары ағзалары республикалағы бөтә йорттарҙың 74 процентында булған, 1 миллион 800 меңдән ашыу һайлаусы менән осрашҡан. Һорау алыныусыларҙың 89 проценты “Һеҙ тауыш биреүҙә ҡатнашасаҡһығыҙмы?" тигән һорауға “Эйе” тип ыңғай яуап биргән, ә 85 меңдән ашыу һайлаусы өйҙә тауыш бирергә теләк белдергән. “Беҙ Башҡортостан халҡына Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында адреслы мәғлүмәт биреүҙең яңы 14-се көнөн башлайбыҙ. Һеҙҙең менән Башҡортостан Республикаһы Әлшәй, Бәләбәй, Ғафури, Дүртөйлө, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Хәйбулла райондарын, Өфө ҡалаһы ҡала округының Калинин районын урап үтеүсе коллегаларыбыҙҙың фотоларын уртаҡлашабыҙ”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙә республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы. Шулай уҡ улар яҙ етеү менән ҡотлап, “Ҡояш сағыуыраҡ балҡыһын, ҡоштар көслөрәк йырлаһын, сәскәләр сағыуыраҡ сәскә атһын!” тип теләй. Фото сығанағы: vk.com/clubbashkortostanizbirkom