Интернет уғрылары көндән-көн әүҙемләшә.
"Алло! Һеҙҙең ейәнегеҙ аварияға осраны, енәйәт эше асабыҙ, уны ҡотҡарыр өсөн тиҙ арала аҡса күсерегеҙ!". Бына ошондай хәбәр менән шылтыратһалар, шунда уҡ бәйләнеште өҙөргә кәрәк. Сөнки ул — мошенниктар. Был алдау алым хәҡында хәҙер бөтәһе лә тиерлек белә, әммә көн һайын шул уҡ ҡармаҡҡа эләгеүселәр табылып тора. Сөнки еңел аҡса эшләүселәр ҙә йоҡламай, улар яңынан-яңы алымдар уйлап таба, кешегә психологик баҫым ҡуллана, енәйәт эше, терроризмды финанслау, иноагент итеп ғәйепләү кеүек аҙымдар менән ҡурҡыта.
Был инструменттар яҡшы эшләй. Мәҫәлән, Башҡортостанда ғына мутлашыусылар алдығына ышанып тәүлегенә тиҫтәләрсә миллион һумын юғалталар. Реаль һандар әлбитә күберәк, сөнки бәғзеләр был суммаларҙы кредитҡа алып шикле иҫәптәргә күсерә, аҙаҡ уны йылдар буйы бер нисә тапҡырға арттырып түләй. Ә ҡайһылар бөтөнләй хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итмәй, сөнки ояты ни тора... һәтүәһе лә булмаһа... Интернет йә телефон аша сит иҫәпкә күсерелгән аҡсаларҙың 10-15 процентында ғына осона сығып була. Башҡалары тишек кәритәлә ултырып ҡала.
Ни өсөн интернет мутлашыусыларҙы таба алмайҙар, ниндәй алдау алымдарын ҡуллана һәм нисек күҙгә күренмәгән ҡараҡтарҙан һаҡланырға? Алдағы ярты сәғәттә асыҡларға тырышырбыҙ.
Тапшырыу ҡунағы — Өфө ҡалаһының Совет районы прокурорының өлкән ярҙамсыһы Гүзәл Позднякова.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и Telegram-канал Вести Башкортостан, и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».