Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Алға" айырым иҡтисади зонаһын үҫтереүгә дүрт миллиард һум йүнәлтелгән

«Алға» айырым иҡтисади зонаһы эшмәкәрлеген тәьмин итеүгә 2020-2023 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы бюджетынан дүрт миллиард һумдан ашыу бүленгән. БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, «Алға» айырым иҡтисади зонаһы Башҡортостандың инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе факторҙарының береһе булып ҡала. Республика бүлгән аҡса айырым иҡтисади зонаның инфраструктура объекттарын төҙөүгә, шул иҫәптән махсус иҡтисади зона биләмәһен планлаштырыу проектын эшләүгә, инженер һәм археологик эҙләнеүҙәргә, энергия ҡабул итеү ҡоролмаларын электр селтәре хужалығы объекттарына технологик тоташтырыуға, һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлеү системаларын, майҙансыҡ эсендәге автомобиль юлдарын төҙөүгә проект-тикшеренеү эштәренә йүнәлтелгән. Ағымдағы йылда айырым иҡтисади зонаның инфрастуктура объекттарын төҙөүгә 1,4 миллиард һум йүнәлтеү күҙаллана. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23117/