Найти тему
Башҡортостан гәзите

Күмертауҙа китап туйы үтте

Күмертау ҡалаһының 3-сө китапханаһында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арнап урындағы яҙыусылар һәм китап уҡыусылар менән осрашыу уҙҙы. Ҡаланың 70 йыллыҡ юбилейы уңайынан урындағы яҙыусылар ойошмаһы ағзалары “Тыуған ер йылыһы” исемле яңы йыйынтыҡтың исем туйын үткәрҙе. Йыйынтыҡта башҡорт, рус, татар, сыуаш телдәрендә төрлө һөнәр кешеләренең шиғри, сәсмә һәм публицистик әҫәрҙәре тупланған. Китапҡа әҫәрҙәре ингән авторҙар үҙҙәренең ижад емешен уҡып ишеттерҙе. “Һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә Күмертау яҙыусылары биш йыйынтыҡ нәшер итте, “Тыуған ер йылыһы” - алтынсыһы, һуңғыһы булмаһын”, - тине ойошма етәксеһе Рима Арыҫланова һәм барыһын да Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән тәбрик итте. Ҡунаҡтарҙы сәләмләп ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Шәмиғолова сығыш яһаны, бер уңайҙан йырсы, музыкант, шағир, композитор, сценарийҙар яҙыу оҫтаһы Ринат Хәйбуллинды 70 йәшлек юбилейы менән ҡотланы. Сарала башҡорт, татар, урыҫ, сыуаш телдәрендә шиғырҙар яңғыраны, музыка мәктәбе һәм Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыларының музыкаль сығышы менән үрелеп барҙы.