Найти тему
Башҡортостан гәзите

Быйыл 61,5 саҡрымлыҡ юл селтәре ремонтланасаҡ

Башҡортостанда 2024 йылда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә 61,5 саҡрымлыҡ юл селтәре төҙөкләндерелә. Эштәр 26 объектта башҡарыласаҡ. Улар район үҙәктәрен Өфө менән бәйләгән трассаларҙа, шулай уҡ әһәмиәтле туристик объекттарға, транспорт һәм логистика узелдарына, ҙур сәнәғәт предприятиеларына йәки кластерҙарға илткән юлдарҙа урынлашҡан. Башҡортостандағы терәк юл селтәренең дөйөм оҙонлоғо 3188 саҡрым тәшкил итә. Шуның 2233 саҡрымы, йәғни дөйөм төбәк терәк селтәрҙәре юлдары иҫәбенән 70,03 проценты нормативтарға тап килә. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса 2293 саҡрымдан кәм булмаған юлды йәки Башҡортостандағы терәк селтәренең 71,9 процентын норматив хәлгә килтереү күҙаллана. Юлсылар эшкә апрель-май айҙарында тотонасаҡ һәм 2024 йылдың аҙағына тиклем тамамлаясаҡтар. Терәк селтәр юлдарын ремонтлауға быйыл 1,9 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә, шуның бер миллиард һумдан ашыуы - федераль ҡаҙнанан. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23107/