Найти тему
Башҡортостан гәзите

Балалар ситкә китмәй, өйҙә уҡыясаҡ

Хөкүмәттең бөгөнгө аҙналыҡ кәңәшмәһенән иң мөһим яңылыҡтарҙы тәҡдим итәбеҙ. - Башҡортостан Башлығы биатлонсыларҙы һәм уларҙың тренерын юғары дәүләт наградалары менән бүләкләне. Баш тренер Виктор Никитин Халыҡтар дуҫлығы ордены, билдәле спортсылар Антон Бабиков менән Александр Бабчин Почет грамотаһы алды. - Өсөнсө “Атайсал” республика форумы Өфөлә 27-28 апрелдә үтәсәк. Радий Хәбиров әйтеүенсә, унда атайсалын үҫтереүгә иң ҙур өлөш индергән яҡташтар саҡырыласаҡ. - Радий Хәбиров 1 июнгә тиклем Ағиҙел ҡалаһына системалы инвесторҙар табырға ҡушты. Унда илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы ҡарары менән “Алға” махсус иҡтисади зонаһы урынлашасаҡ. - Башҡортостан Башлығы 23 февралдә байрамды билдәләгәндә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә айырыуса иғтибар бүлергә ҡушты. - Башҡортостан һөт һәм һөт тауарҙары, сусҡа, һыйыр ите, шәкәр, үҫемлек майы, картуф, ҡыяр һәм томат буйынса үҙ ихтыяжын тулыһынса ҡаплай. Ҡош ите, он, сыр һәм борщ йыйылмаһы йәшелсәһенә ихтыяж бар, тине вице-премьер ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Радий Хәбиров мәғариф министрлығына башҡа өлкәләр менән сиктәш райондарҙа колледждар филиалдарын асырға ҡушты. Был студенттар ситкә китмәһен, ә өйҙә уҡыһын өсөн эшләнәсәк. Шунда уҡ ятаҡтар ҙа булдырылырға тейеш. - 2024 йылда Башҡортостанда Рәсәй Почтаһының тағы 21 бүлексәһен асыу планлаштырыла. Беҙҙә бөтәһе 925 ауыл почтаһы бар, әле уларҙың 55-е генә ремонтланған. - Башҡортостан мәктәптәрҙе капиталь ремонтлауға заявкалар биреүен дауам итәсәк. Ике йыл эсендә программа буйынса 140 бина капиталь ремонтланған. Фото: Олег Яровиков.