Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге төбәк Хөкүмәте ултырышында 2023 йылда төбәктең федераль программаларҙа һәм проекттарҙа ҡатнашыу һөҙөмтәләрен тикшерҙеләр. Министрҙар Кабинеты башлығы 2023 йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса төбәк ҡаҙнаһына кире ҡайтарылмай торған керемдәр күләме буйынса Рәсәй субъекттары рейтингында Башҡортостан – етенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй тип билдәләне. - Килгән федераль бюджет аҡсаһының суммаһы 80 миллиард һумдан ашты. Өҫтәүенә уға 90 миллиард һумдан ашыу аҡса өҫтәлә, улар, республика бюджет системаһынан тыш, туранан-тура предприятиеларға һәм учреждениеларға йүнәлтелә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға федераль үҙәк 26 млрд һум самаһы аҡса йүнәлткән. Был – керемдәрҙең дөйөм суммаһының 15 проценты самаһы, - тип билдәләне Премьер-министр. Федераль бюджет средстволарын йәлеп итеү һәм үҙләштереү буйынса эш йомғаҡтары тураһында БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru Фото: “Башинформ” агентлығы.
Рәсәйҙә – етенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урындабыҙ
Около минуты
19 февраля