"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
Шаршамбы иртәһе уңышлы үә бәрәкәтле килһен тигән теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Бөгөн 14-се февралдә, Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө билдәләнә. 12 йыл элек башланғыс алған байрамға ҡушылырға теләүселәр йылдан йыл арта.
Үҙенсәлекле байрам сиктәрендә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана акция иғлан итте. "Китап бүләк итеү ҙә бәхет" тип атала ул. Акцияның маҡсаты – кешеләрҙе туған телдә китап уҡыуға йәлеп итеү, баҫылып сыҡҡан китаптарҙы популярлаштырыу, китапҡа яуаплы һәм хөрмәтле ҡараш тәрбиәләү.
"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуында ҡунаҡта — Милли китапхана директоры урынбаҫары Радмир Баййегетов.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и Telegram-канал Вести Башкортостан, и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».