Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Аҡыллы" светофорҙар күбәйә

Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә Интеллектуаль транспорт системаларын индереүҙең икенсе этабы тамамланды. 2023 йылда 51 «аҡыллы» светофор объектын, транспорт ағымы хәрәкәтен күҙәткән 134 детектор һәм метеомониторинг системаһының бер мәғлүмәт таблоһын ҡуйғандар. Был эштәргә 270 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. - 2022 йылда ҡаланың төп транспорт артерияларында 50 яңыртылған светофор объекты ҡуйылды. 2023 йылда Өфөнән сығыуҙы тәьмин иткән урамдарҙа тағы 51 интеллектуаль урам саты барлыҡҡа килде, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проект өс этапта, 2024 йылдың аҙағына тиклем ғәмәлгә ашырыла. Быйыл 39 «аҡыллы» светофор объектын ҡуйыу күҙаллана. Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Өфөлә 415 светофор объектының 140-ы яңыртыласаҡ. Уны тормошҡа ашырыуға бер миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23020/