Найти тему

Ислам башҡортса - "Истидләл ғәлә КәнзилАтфал"

Фәйсал ибн Мисфир حفظه الله исемле ғалимдың "Истидләл ғәлә КәнзилАтфал" китабынан тәржемәләр (мең һорауҙан күберәк) ҡуйыласаҡ Балаларға тип әйтелһә лә, ололар ҙа был ғилемгә мохтаж..

Балаларға хазина

Тәүхид һәм Ғаҡыда китабы

Иман һәм диндең мәртәбәләре тураһындағы бүлек Ислам нисә мәртәбәнән (степень) тора?

Яуап Ислам өс мәртәбәнән тора: 1. Ислам (буйһоноу) 2. Иман (инаныу) 3. Ихсан (эскерһеҙлек).

Быға дәлил итеп хәҙис килә: Ғүмәр (Аллаһ уның менән риза булһын) әйтте: "Бер ваҡыт, Пәйғәмбәр (ﷺ) менән ултырған саҡта, беҙҙең янға ап-аҡ кейемле, ҡап-ҡара сәсле ир килде. Уның өҫ-башында сәфәр эҙҙәре күренмәй ине. Беребеҙҙә ул ирҙе белмәй инек. Ят ир Пәйғәмбәребеҙҙең (ﷺ) тубығына үҙ тубығын терәп ҡапма-ҡаршы ултырҙы һәм үҙ ҡулдарын аяғына һалып һүҙен башланы: "Йә, Мүхәммәд, хәбәр ит әле миңә ислам төшөнсәһе тураһында!" Пәйғәмбәр (ﷺ) яуапланы: Ислам ул Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы һис бер зат юҡ һәм Мүхәммәд Аллаһтың рәсүл-илсеһе тип шаһитлыҡ (шәһәдәт) килтереү, көнөнә биш тапҡыр фарыз намаҙҙы үтәү, зәкәт биреү, Рамаҙан айында ураҙа тотоу, һәм хәлеңдән килһә Мәккәләге Кәғбәғә Оло Хадж ҡылыу.". Ят ир әйтте: "Дөрөҫ әйттең"-тип. Был һүҙенә бик ныҡ ғәжәпләндек – үҙе һорап тоғролай. Ир тағын әйтте: "Хәбәр ит иман тураһында". Пәйғәмбәр (ﷺ) яуапланы: " Иман ул Аллаһҡа, Уның фәрештәләре барлығына , Изге китаптарына, Рәсүлдәренә, Әхирәт көнөнә һәм Тәҡдирҙең яҡшыһы ла яманы ла Аллаһтан икәненә инаныуҙан тора”. Ят ир әйтте: "Дөрөҫ әйттең"-тип. Шунан тағын һораны: "Хәбәр ит ихсан тураһында". Пәйғәмбәр (ﷺ) яуапланы: " Уны күреп торғандай Аллаһҡа буйһоноп ғибәҙәт ҡылыу. Асылында Һин Уны күрмәһәң дә Аллаһ һине күҙәтеп тора". Ят ир әйтте: "Хәбәр ит Ҡиәмәт ҡасан етеүе тураһында". Пәйғәмбәр (ﷺ) яуапланы: "Һоралыусы һораусынан күберәк белмәй". Ир өндәште: "Хәбәр ит Ҡиәмәт көнө ғәләмәт-билгеләре тураһында". Пәйғәмбәр (ﷺ) әйтте: "Ҡол ҡатын үҙ хужабикәһен тыуҙырыр, шул ваҡыт ялан аяҡ, яланғас һәм ярлы һарыҡ көтөүселәренең бейек йорттар төҙөүҙә ярышыуын күрерһең". Ғүмәр (Аллаһ уның менән риза булһын) дауам итеп әйтте: был ят ир китеп, оҙаҡ ваҡыт уҙғас, Пәйғәмбәр (ﷺ) өндәште: "Йә, Ғүмәр! Беләһеңме, был һорау биреүсе ир кем булғанын?". Әйттем: "Аллаһ һәм Уның Рәсүле генә быны белә"-тип. Пәйғәмбәр (ﷺ) өндәште: "Был Джибрил фәрештә ине, динегеҙҙе аңлатырға килде "-тип. Сахих Муслим йыйынтығын ҡарағыҙ (8-се хәҙис)

Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың "Балалар өсөн хазина"

(الإستدلال على كنز الأطفال) китабынан тәржемә ителде.

Мүтәржим Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa