8 февралдә Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов Беларусь Республикаһына эш сәфәрендә “Раубичи” Олимпия уйындарының ҡышҡы спорт төрҙәре үҙәгендә булды. Руслан Таһир улы менән бергә “Раубичи” Олимпия уйындарының ҡышҡы спорт төрҙәре үҙәге директоры урынбаҫары Елена Милявская ла бергә йөрөнө. Был үҙәк – күп функциялы спорт комплексы. Ул Минск ҡалаһынан 20 километр арауыҡта һәм М3 (Минск-Витебск) автотрассаһы эргәһендәге “Минск” милли аэропрты эргәһендә урынлашҡан. Ә спорт үҙәгенең исеме эргәләге биләмә исеменән алынған. Республикабыҙ министры осрашыу барышында Башҡортостан һәм Беларусь республикалары араһында хеҙмәттәшлек һәм тәжрибә уртаҡлашыу мәсьәләләре тураһында һөйләште, шулай уҡ үҙәктең техник йәһәттән шәп йыһазландырылыуын билдәләне. Фотго, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/22959/