Арабыҙҙа шундай замандаштарыбыҙ бар: улар янында донъя яҡтырып, шау нурға күмелгәндәй була. Өфөләге 51-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, хеҙмәте аша оло хөрмәт ҡаҙанған Шәүрә ЯРМУЛЛИНА менән әңгәмәләшкәндә лә тап ошондай тойғо кисерҙек. — Һеҙҙе әбйәлилдәр ҙә, бөрйәндәр ҙә үҙенеке тип һанай. Бының сәбәбе ниҙә, Шәүрә Самарбай ҡыҙы? — Тыуған ерем — Әбйәлил районының Әбделғәзе тигән, тауҙар, урмандар араһында ятҡан төпкөл ауылы. Ғаиләлә өс бала үҫтек: апайым, мин, ҡустым. Беҙ, ике бәләкәс, эй әсәйебеҙгә талаша торғайныҡ: уны беренсе булып етәкләү, алдына ултырыу, йә тубығына ятып йоҡлау өсөн... Ҡустым тыуыр ваҡыт еткәс, әсәйемә ауыр булмаһын, тип мине өләсәйем менән олатайым Бөрйән районының Ҡолғана ауылына алып ҡайтып киткән. Күпмелер ваҡыт уларҙа йәшәгәнмен. Олатайым мине айырыуса ныҡ ярата торғайны. Кейемемде лә йыуғаны булды, эргәмә ултырып, башымдан һыйпап ҡына йоҡлатыр ине. Үҫә төшкәс тә, һәр каникулым Ҡолғанала үтте, сөнки ял башланыу менән олатайым атын егеп килеп етер ине. Ҡыуана-ҡыуана Бөрйән яғына юлланабыҙ. Йәй ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ ашай-ашай, үрҙәргә артылғанда, атҡа ауыр булмаһын өсөн арбанан төшөп, йүгерә-йүгерә барыр инек. Олатайым берәй ҡыҙыҡлы ваҡиға тураһында һөйләй, йә ат юртҡан ыңғайы мөңрәп кенә йырлап бара… Ҡыш иһә санаһына юрғандар, толоптар һалып алып килеп, улар менән беҙҙе ныҡ итеп урап, эргә-тирәнән тыңҡыслап ултыртып алып ҡайтып китер ине. Егерме дүрт саҡрымды нисек үткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Эйе, Ҡолғана миңә икенсе тыуған ауылым кеүек яҡын. Олатайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, абруйлы, хөрмәтле аҡһаҡал булды. Өләсәйем шул ҡәҙәр егәрле, бөтмөр, үҙе шаян, йор һүҙле, таҡмаҡсы ине. Дүрт һыйыр һауҙы. Мине гел май бешергә ултыртып ҡуя торғайны. Ҙур кәстрүлдәге туп-тулы ҡаймаҡты туҡый-туҡый, ялай торғас, һимереп ҡайтып китер инем. Өләсәйемдең аласығында гел тоҡ менән ҡорото һарҡып тора торғайны. Әллә күпмеһе ылашта ыҫланып ятыр ине. Үҫтергән кишерҙәре беләк йыуанлыҡ, картуфтары хатта олатайҙың ҡуш усына һыймаҫлыҡ... Өләсәйем һәр беребеҙгә таҡмаҡ сығарып йырлап, көй булһа, бейеп тә алыр ине. Арҡабыҙҙан тупылдатып һөйөп, “Ийй, минең күп йәшәгерҙәремде!” тигәне һаман ҡолаҡ төбөндә. Шулай бала сағымдың иң йылы, иҫтәлекле мәлдәре күберәк өләсәйем һәм олатайым менән бәйле. Ә атайым аҙ һүҙле, күп эшләр кеше булды. Ауылда балта оҫтаһы ине. Төҙөлөш бригадаһы менән һәр саҡ нимәлер эшләй, бер ҙә бушамай торғайны. Ауылыбыҙҙағы мәктәпте лә улар төҙөнө. Атайым беҙгә, балаларына, ҡарата шул тиклем ихлас, киң күңелле булды, һис ҡасан тауыш күтәрмәне. Бер мәл хатта апайым менән икебеҙҙең сәсебеҙҙе ҡыҫҡа ғына итеп ҡырҡып ҡуйҙы. Ни өсөн тигәндә, сәс нығыраҡ торһон тип, әсәй сикәләп тороп үрә, ә беҙ ауырта тип мыжый инек. Эйе, әсәйебеҙ беҙҙе ҡатыраҡ тоторға тырышты. Бәләкәйҙән бөтөн эшкә өйрәтте, һәр саҡ нимә менәндер мәшғүл инек. Барыбыҙға ла эш бүлеп бирелгән, шуны башҡармайынса уйнарға сығыу юҡ. Әсәйем үҙе уҡытыусы булырға хыялланған, әммә уҡырға инә алмаған. Шуғалыр ҙа, минең ошо юлды һайлауымды теләне, ә апайыма табип һөнәре килешәсәген әйтә торғайны. Ысынлап, тап шулай килеп сыҡты ла. Мин балаларға белем һәм тәрбиә бирәм, апайым Әбйәлил районы Амангилде ауылының табип амбулаторияһында эшләй. Ә ҡустым... Йәндәй күргән, әсәйгә талаша-талаша үҫкән яҡын кешем, үкенескә күрә, арабыҙҙа юҡ инде. Авариянан һуң һаулығы ҡаҡшап, ваҡытһыҙ вафат булған туғанымды иҫкә алмаған көнөм юҡтыр... – Тәрбиәсе һөнәрен һайлауға нимә нигеҙ булды тип уйлайһығыҙ? – Беҙ бит урамда үҫтек. Балалар баҡсаһы булманы. Атай-әсәйҙәр беҙҙең ҡайҙа, нимә эшләп йөрөгәнде лә белмәне. Ләкин “тәрбиәселәр” күп булды. Барыһын күреп, ҡырҡ ерҙән тыйып ҡына торҙо улар – инәйҙәр, бабайҙар, өләсәйҙәр, олатайҙар. Берәүҙе лә, кеше балаһы, тип ҡараманылар бит элек. Һәр кем үҫеп килгән быуын өсөн үҙендә яуаплылыҡ тоя торғайны. Әсәй-атай өйҙә булмаһа, ауылдағы өлкәндәр алмаш-тилмәш инеп тикшереп кенә торҙо: утты һүндергәнбеҙме, быҙауҙы алып ҡайтып бикләгәнбеҙме, өйҙө йыйыштырғанбыҙмы, һыу ташығанбыҙмы, атай-әсәй ҡайтыуға мунса яҡҡанбыҙмы... Өҫтәүенә үҙеңдән бәләкәй туғандарыңды ҡарайһың, йәнә берәй күршең балаһын көтөргә ҡалдырып китә. Бына ошондай мөхиттә үҙеңдән-үҙең тәрбиәсегә әйләнәһеңдер ул. – Эшегеҙҙе бөтөн күңелегеҙҙе һалып башҡараһығыҙ. Унда “ҡайнап” йәшәүегеҙҙең сере ниҙә? – Иң беренсе хеҙмәттәштәремдең берҙәм, тырыш, рухлы булыуындалыр. Бында 2007 йылдан, балалар баҡсаһы асылғандан алып эшләйем. Хәтеремдә, беренсе Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы ошо күркәм тантанала үҙе ҡатнашып, уңыштар теләп киткәйне. Бында үҙебеҙҙе икенсе өйөбөҙҙә кеүек хис итәбеҙ. Мөдиребеҙ Гүзәл Ғәлиуллина — матурлыҡ тыуҙыра белгән, креатив фекерле, заман менән бергә атлаған етәксе. Уның тырышлығы арҡаһында балалар өсөн дә, хеҙмәткәрҙәргә лә барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған, бүлмәләр йылы, таҙа, яңы талаптарға ярашлы йыһазландырылған. Үҙ телеңдә һөйләшеп, күңелеңә яҡын мөхиттә эшләү, гүйә, ҡанат үҫтергәндәй. Беҙҙең мәғариф учреждениеһы урынлашҡан район, белеүегеҙсә, яңы. Йәш ғаиләләр, балалар күп. Тимәк, беҙгә эш өҫтәлеп бара, милләтебеҙ киләсәге алдында яуаплылыҡ та арта. Әммә балалар менән шөғөлләнеү өсөн башҡорт телендә материалдар һаман да аҙ. Китап, уйынсыҡ магазиндарында йөрөгәндә күрәбеҙ бит: ниндәй генә дидактик, өҫтәл уйындары юҡ! Шундайҙар башҡорт телендә лә булһын ине. Мәҫәлән, өндәрҙе өйрәнеү, һүҙҙәр төҙөү өсөн хәрефле кубиктарҙы үҙем эшләп алдым. Әҙер байрам сценарийҙары ла аҙ, һәр ваҡыт үҙебеҙгә төҙөргә тура килә. Ошондай мәсьәләләргә иғтибар артһын ине тип теләйем. – Ишетеп, күреп тороуыбыҙса, һеҙҙе ата-әсәләр ихлас хөрмәт итә. Улар менән эште нисек алып бараһығыҙ? – Ата-әсәләр менән тәүге көндән үк “Беҙ бер ғаилә кеүек булырға тейешбеҙ” тип һөйләшеп, килешеп ҡуябыҙ. Әгәр тәрбиәсе үҙ эшен ихлас башҡара, һәр баланы үҙенекеләй күреп ярата, ҡурсалап тора икән — ата-әсә бар яҡлап ярҙам итергә әҙер. Тәрбиәләнеүселәребеҙ бында күңел йылыһы, хәстәрлек тойһон, үҫешһен өсөн бөтөн уңайлыҡтар тыуҙырырға тырышабыҙ. Мәҫәлән, минең төркөмдә иң яратҡан урындары — “Тирмәкәй” мини-музейы. Уны эшләтеү күптәнге хыялыбыҙ ине. Һөҙөмтәлә ике йыл элек етәксебеҙ Гүзәл Яныбай ҡыҙы, ата-әсәләр ярҙамында теләгебеҙ тормошҡа ашты. Тирмәнең эсен башҡорттарҙың боронғо йәшәү рәүешен сағылдырып, ҡупшы итеп биҙәп ҡуйҙыҡ. Хәҙер, алда әйткәнемсә, был мини-музей — балаларҙың иң яратҡан урыны. Киләһе уҡыу йылынан, Алла бирһә, ҡумыҙ түңәрәге асыу хыялым да бар, балалар ҙур теләк менән өйрәнер тип уйлайым. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә төркөмдәге барлыҡ малайҙарға милли орнамент төшөрөлгән галстук, ҡыҙҙарға бер стилдәге селтәрҙәргә заказ бирҙек. Туған телгә һөйөү, рух тәрбиәләү маҡсатында бәләкәстәр менән күберәк башҡортса аралашабыҙ. Йыл һайын төркөм менән “Аҡбуҙат” журналына, берәр дана булһа ла “Аманат”ҡа, “Йәншишмә”гә яҙылабыҙ. Йола байрамдары үткәрәбеҙ. башҡортса йырҙар, бейеүҙәр өйрәтәбеҙ, шиғырҙар, тиҙәйткестәр ятлайбыҙ, әкиәттәр сәхнәләштерәбеҙ. Ошо һәм башҡа барлыҡ эштәребеҙҙә төп ярҙамсыларыбыҙ – ата-әсәләр. – Ҡала, республика кимәлендәге төрлө сараларҙа, конкурстарҙа ла даими ҡатнашаһығыҙ... – Беҙҙең балалар ҙа, тәрбиәселәр ҙә ифрат әүҙем. “Һаумы, һаумы, әкиәт!”, “Илһам” һәм башҡа конкурстарҙа йыл да призлы уйындар яулайбыҙ. Үҙемә килгәндә, баш ҡала, республика кимәлендәге төрлө бәйгеләр еңеүсеһемен, Башҡорт теле форумында эш тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан, “Әйҙә, уйнарға” фестивалендә күргәҙмә, оҫталыҡ кластары үткәргән өсөн рәхмәт хаттарына, республика Мәғариф һәм фән министрлығының маҡтау грамотаһына лайыҡ булған педагогмын, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты ғалимдары менән берлектә “Серле өндәр донъяһында” тигән методик ҡулланма, эш дәфтәре әҙерләүҙә ҡатнашыуымды ла оло хеҙмәтем тип иҫәпләйем. Әле “Башҡортостандың мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә уҡытыусы йыл педагогы” конкурсының район, ҡала этабында уңышлы сығыш яһап, призер булып, республика кимәлендә ҡатнашып йөрөйөм. – Һеҙҙең өсөн иң ҙур баһа нимә? – Ата-әсәләрҙең рәхмәте, балаларҙың муйындан һығып ҡосаҡлап алыуы. Тырышлығыңды күреп, етәкселек ваҡытында бүләкләп торһа ла, күңел үҫә, ҡанатланып китәһең. Тәрбиәләнеүселәремдең күбеһе М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында белем ала. Уҡыу алдынғылары, спортсылар, сәхнә оҫталары улар. Мәҫәлән, минең төркөмдә тәрбиәләнгән Кирилл ут сәсрәтеп башҡорт бейеүен башҡара, “Эх, егеттәр, егеттәр!” тип башҡортса яңғыратып йырлап тора — бына ул хеҙмәтеңә ҙур баһа! Урамда осраһалар ҙа, йүгереп килеп ҡосаҡлап, һаулыҡ һорашып китә балаларым. Уларҙың һәр береһенең уңышы өсөн әсәйҙәрсә һөйөнөп йәшәйем. Ғаиләмдә лә, Аллаға шөкөр, бәхетлемен. Ғәзиз балаларым – ике ҡыҙым һәм улым, беҙҙең өсөн өҙөлөп торған һөйөклө ирем Сәлмән Шакирйән улы – тормошомдоң йәме, мәғәнәһе, ышаныслы терәк-таяныстарым. Яҡындарым, туғандарым яратып, яңы үрҙәргә ҡанатландырып, дәрт-дарман өҫтәп тора – ошо үҙе үк оло бәхет ул. 1. Шәүрә Ярмуллина эш бүлмәһендә. 2. Китаптарҙа – тормош һабағы. 3. “Тирмәкәйҙә күңелле. 4. Ҡурай данын арттырыр балалар үҫә. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.