Байрам табынына яратып бешергән тәмлекәстәрҙең береһе, "Ҡырмыҫҡа иләүе"(Муравейник) торты.
Уны бешереү өсөн:
1 ҡап маргарин,
3 йомортҡа,
ярты стакан шәкәр,
ярты бал ҡалаҡ сода,
он.
1 банка ҡуйыртылған һөт (вареная сгущенка).
1 ҡап аҡ май (180 гр).
Өй температураһындағы маргаринды ҡырғыс аша үткәреп, йомортҡа, шәкәр, сода, он һалып ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫырға. Әҙер ҡамырҙы 3 өлөшкә бүлеп, шыптырға төрөп 30 минутҡа һыуытҡысҡа (морозильникҡа) һалырға. Ваҡыт үткәс бер өлөшөн сығарып листҡа ҡырғыс аша ҡырып, йоҡа итеп кенә йәйеп һалырға һәм 180 градусҡа тиклем йылытылған мейескә 15-20 минутҡа ҡуйырға. Әҙер булғас һауытҡа бушатып, ҡалған ике өлөшөн дә шулай уҡ бешереп алырға. Һыуығас бөтәһен бергә ҙурыраҡ һауытҡа һалып ҡул менән ваҡларға, һуңынан ҡуйыртылған һөт, 1 ҡап аҡ май ҡушып яҡшы итеп болғарға. Әҙер массаны сынаяҡ аҫтына "Ҡырмыҫҡа иләүе" шикелле өйөп һалырға һәм өҫтәлгә бирергә.
Аштарығыҙ тәмле булһын.