Быйыл Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыу дауам итәсәк. Стәрлетамаҡ ҡалаһында был проектҡа ярашлы дөйөм оҙонлоғо ете километрҙан ашыу 12 юл участкаһы ремонтлансаҡ. -Был участаларҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡы өсөн мөһим объекттар урынлашҡан. Шуға ла уларҙың торошон яҡшыртыу тураһында ҡарар ҡабул ителде, - тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Ремонт эштәре планлаштырылған объекттар рәтендә Дуҫлыҡ урамы (Хоҙайбирҙин урамынан Волочаевская урамына тиклем), Нахимов урамы (Николаев урамынан Ленин проспектына тиклем), Шәфиев урамы (Хоҙайбирҙин урамынан 23 Май урамына тиклем), Сәғитов урамы (Островкий урамынан Ильич урамынаса) һәм башҡа участкалар. Был объекттар буйынса контракттар төҙөлгән, подряд ойошмалар билдәләнгән. Юл эштәрен быйыл өсөнсө кварталға тамамлау ниәтләнә. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.