Башҡортостан менән Тажикстан был ниәте хаҡында Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Тышҡы сауҙа өлкәһендә халыҡ-ара кооперация һәм лицензия биреү департаменты директоры Роман Чекушов етәкселегендәге Рәсәй делегацияһының Тажикстанға сәфәре барышында билдәле булды. Беҙҙең төбәк исеменән сәфәр ҡылған Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы етәксеһе Наил Ғәббәсов төбәктең инвестиция ҡеүәте һәм «Алға» махсус иҡтисади зонаһы хаҡында һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ведомство өҫтөнлөклө зонаның идарасы компанияһы булып тора. Делегация составына Индустриаль парктар ассоциацияһы, Рәсәй-Тажикстан эшлекле советы, бизнес-берләшмәләр вәкилдәре һәм Рәсәй идарасы компаниялары етәкселәре инде. Программа үҙ эсенә Дүшәнбелә, Согдия һәм Хатлон өлкәләрендә 10 инфраструктура майҙансығына барыуҙы, шулай уҡ республиканың власть органдары һәм бизнес-берләшмә вәкилдәре менән осрашыуҙы ала. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22832/