Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Ниғмәт” хат яҙыусыны эҙләп тапҡан

Шишмә районында йәшәгән “Ниғмәт” позывнойлы яугир Дурас мәктәбе уҡыусыһынан хат алғас, ундағы дәртләндереү һүҙҙәре өсөн ҡыҙға рәхмәт һүҙҙәре белдереү теләге менән янып йөрөй башлай. Тәүге хатты бынан бер йыл элек ала. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында, ҡыҙҙың ғаиләһе менән танышмаҡсы булып, өйҙәренә килһә лә, тап итә алмай. Тик “Ниғмәт” хәрби иптәше “Гром” менән теләктәренән баш тартырға уйламай. – Беҙ был ваҡытта Шишмәлә инек. Егеттәр беҙгә шылтыратҡас, бик ныҡ ғәжәпләндек.Әлбиттә, ныҡ тулҡынландыҡ. Яугирҙәр ирекмән Радмир менән килде. Ҡыҙыма күстәнәс тапшырҙылар. Ошоғаса бәйләнештәбеҙ, – ти Диананың әсәһе. Ошо көндәрҙә “Ниғмәт” тағы ла хат авторының ғаиләһенә килеп, Дианаға йомшаҡ уйынсыҡ һәм татлы күстәнәс бүләк иткән. –Тәүге хатымды мәктәптә үткәрелгән конкурсҡа тип яҙғайным. Яугирҙәрҙең махсус рәүештә минең эргәмә килеүен белгәс, шаҡ ҡаттым. Һалдаттарҙың беҙҙең хаттарҙы яттан белеүе, уларҙы һаҡлап йөрөтөүҙәре тураһында белдем. Уларҙың һүҙҙәре беҙҙе тағы ла нығыраҡ дәртләндерҙе, артабан да хаттар яҙыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Барыһы ла еңеү өсөн! Яугирҙәрҙең иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Диана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,контракт төҙөү өсөн республика халҡы берҙәм 177 номеры буйынса мөрәжәғәт итә, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19 телефоны буйынса шылтырата ала. Шулай уҡ яҡындағы “Мои документы” күп функциялы үҙәгенә мөрәжәғәт итергә була. Бөтә һорауҙарығыҙға башбат.рф сайтында яуап табырға мөмкин. Фото: https://rodnikplus.ru/articles/godpoleznihdel/2024-01-19/chishminets-s-pozyvnym-nigmat-poluchil-pismo-i-lichno-priehal-poblagodarit-za-podderzhku-3609946