Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иглин районында яңы амбулатория

Иглин районының Охлебинин ауылында яңы амбулатория асылды. Медицина учреждениеһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”) сиктәрендә төҙөлгән. Ауыл медпунктының эше тураһында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне. Амбулаторияның бинаһы һәм ҡорамалдары бөтә стандарттарға һәм санитар нормаларға тап килә. Кабинеттарға йылы үткәрелгән, һыу килә, табиптар һәм пациенттар өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Охлебинин ауылында медицина ярҙамынан 14 ауылдағы өс меңгә яҡын кеше файҙалана аласаҡ. “Йыл һайын беҙ төпкөл тәбәктәрҙә лә тиҫтәләрсә модуль конструкциялары ҡорабыҙ. Быйыл 54 фельдшер-акушер пункты һәм биш амбулатория төҙөләсәк”, – ти министр. Фото: “Башинформ”.