Яңы объекттың символик асҡысын Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Людмила Семавинаға тапшырғандан һуң, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгения Котова балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгенең мөмкинлектәре менән танышты. Шуны әйтергә кәрәк: үҙәк тәүге пациенттарҙы – республика ҡалаларынан һәм райондарынан 30-ҙан ашыу баланы ҡабул иткән дә инде. “Бөгөн ил Президенты Владимир Владимирович Путин менән бергә Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге эшенә старт бирҙек. Был республикабыҙ өсөн бик мөһим көн. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар ауырый. Ҡайһы берҙә бик ауыр сирҙәр менән ауырый. Беҙҙең бурыс – балаларыбыҙҙы юғары профессиональ һәм юғары технологиялы ярҙам алыу менән тәьмин итеү. Уны, әлбиттә, өйҙә алыу яҡшыраҡ. Әлегә тиклем күп осраҡта балаларҙы федераль үҙәктәргә дауаланырға ебәрергә тура килде. Беҙ уларға профессиональ дауалау һәм яҡшы мөнәсәбәт өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Хәҙер ошондай ҙур һәм заманса медицина үҙәге Башҡортостанда асылды. Уның майҙаны – 18 мең квадрат метр. Иң мөһиме унда, әлбиттә, кешеләр – илебеҙҙең иң яҡшы, алдынғы онкология үҙәктәрендә әҙерлек үткән юғары профессиональ коллектив. Шулай уҡ заманса ҡорамалдар ярҙамында республика өсөн үҙенсәлекле операциялар эшләнәсәк. Элек беҙҙә ошондай рәүештәге урындар етмәй ине. Хәҙер беҙ был мәсьәләне хәл иттек, өҫтәүенә, күрше төбәктәрҙә йәшәүселәрҙе лә дауаланырға саҡырасаҡбыҙ. Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген төҙөүгә Президентыбыҙ булышлыҡ итте һәм “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ҙур өлөш индерҙе. Һуңғы биш йылда беҙ шулай уҡ республика онкология үҙәге корпусын, 10-дан ашыу беренсел звено объектын, 350 фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөнөк, кардиология үҙәгенең хирургия корпусын төҙөүҙе тамамлайбыҙ. Илебеҙ етәкселегенә, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм ведомство башлығы Михаил Альбертович Мурашкоға ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерәм”, – тип яҙған Радий Фәрит улы “Бәйләнештәге” битләүендә. Фото: glavarb.ru
Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге эш башланы
1 минута
2 февраля