Найти тему
Башҡортостан гәзите

Был ауыл хужалығында уртаса эш хаҡы – 52 мең һум

Бөгөн, 20 ғинуарҙа, Дүртөйлө районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ленин» тоҡомсолоҡ заводы» ауыл хужалығы предприятиеһында булды. Бында мең һыйырға һөтсөлөк-тауар фермаһын яңыртыу буйынса инвестиция проекты тормошҡа ашырылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың июлендә Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы «Инвестиция сәғәте»ндә ошо башланғыс хупланды. Проект сиктәрендә аграрийҙар яңы быҙау аҙбарҙары, 300 урынлыҡ һыйыр аҙбары, һауыу залы һәм һөт блогы төҙөнө. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 223 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Тоҡомсолоҡ заводының генераль директоры Альберт Дәүләтбаев һөйләүенсә, предприятиела бөтәһе 110 кеше – урындағы халыҡ эшләй. Уртаса эш хаҡы 52 мең һум тәшкил итә. Төбәк етәксеһе социаль селтәрҙә уртаҡлашҡан яҙмаһында киләсәктә Дүртөйлө һөт комбинатын асыу мөһим бурыстарҙың береһе булыуын билдәләне. Был мәсьәлә буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла ла инде. Предприятиела Башҡортостан Башлығы тоҡомсолоҡ заводының хеҙмәт коллективы менән дә аралашты. Төбәк етәксеһе эш шарттары менән ҡыҙыҡһынды һәм урындағы халыҡҡа эш һөйөүсәнлеге, әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн рәхмәт белдерҙе. - Республиканың сәнәғәт предприятиелары тотороҡло эшләй, ауыл хужалығы яҡшы темптар менән үҫешә. Дүртөйлөләргә эш һөйөүсәнлектәре өсөн рәхмәт белдерәм, - тине Радий Хәбиров. - Әлегә хәл ителмәгән мәсьәләләрҙең булыуын аңлайбыҙ. Дүртөйлө районы башлығы менән муниципалитеттың тораҡ пункттарын төҙөкләндереү һәм юлдарҙы яҡшыртыу менән шөғөлләнеүҙе дауам итеү хаҡында һөйләштек. 31 меңдән ашыу кеше йәшәгән район үҙәгендә киләһе йылда универсаль спорт комплексы төҙөй башлаясаҡбыҙ. Сығанаҡ: glavarb.ru