“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусы “Белорет йылылыҡ ҡорамалдары заводы” предприятиеһы федераль сәнәғәтте үҫтереү фондынан ғәмәлдәге производствоны комплекслы яңыртыуға льготалы займ алды, тип хәбәр итә республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы. Алынған аҡсалата ярҙам арҡаһында завод яңы юғары технологиялы ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй. Бының менән продукцияның үҙҡиммәтен кәметергә, етештереүсәнлекте һәм етештереү күләмен арттырыу күҙ уңында тотола. “Йылылыҡ пушкалары Рәсәй баҙарында һәм унан ситтә лә талап ителә. Белорет йылылыҡ ҡорамалдары заводы етештергән продукцияға ихтыяждың артыуы һәм баҙар үҫешенең динамикаһы проекттың юғары һөҙөмтәлелеге һәм уның импортты алмаштырыусы ҙур потенциалы хаҡында һөйләй” – тине премьер-министр урынбаҫары, республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр завод төбәк компетенциялар үҙәге ярҙамында полимер буяу етештереү линияһын яңыртты. Һөҙөмтәлә пилот участкаһында етештереү 33 процентҡа арттырылған. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда”), илдә йыл һайын хеҙмәт етештереүсәнлеген биш процентҡа арттырыу өсөн шарттар булдырырға тейеш. Бизнесҡа ярҙам итеү өсөн саралар комплексы, шул иҫәптән финанс дәртләндереү һәм предприятиелар эше буйынса эксперттарға консультациялар әҙерләнгән. Был милли проекттар Президент Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан республикаһының Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.