Изге ҡала
Һыуыҡта йылыныр өсөн иң файҙалыһы эҫе аш. “Изге ҡала” төркөмө ризыҡ әҙерләр мөмкинлегенән мәхрүм кешеләрҙе һалҡын көндәрҙә туҡландырыу сараһын күрә. Ирекмәндәр үҙ эшен республика кимәлендә ойоштора. Изгелек ғәмәленә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева ла ҡушылды.Ҡырҡ бөйөрөк бешерер өсөн өс килограм ҡамыр кәрәк. Туҡлыҡлыһының эслеге был юлы дөгө менән балыҡтан, татлыһыныҡы –кишерҙән. Һөнәре буйынса юрист, Башҡортостан Башлығы эргәһендәге кеше хоҡуҡтары Советы ағзаһы Эльза Мәүлимшина ирекмән эшен ойоштороусы ғына түгел, әүҙем ҡатнашыусыһы ла. Йәшәр торағы булмаған йә физик мөмкинлеге сикле кешеләрҙең ризығын хәстәрләү акциялары һалҡын миҙгелдәр еткәс әүҙемләшә. Ирекмәндәр аш бешереп таратыу эшен октябрҙә башлаған. Кем ҡайһы көндә, нимә әҙерләй — алдан килешәләр. Аралашыу саралары – социаль селтәр, мессенджерҙар. Мохтаждарға ризыҡ әҙерләргә теләгән һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн социаль селтәрҙә “Добрый город” төркөмөнә йә иһә Эльза Мәүлимшинаның үҙенә шәхси мөрәжәғәт итергә кәрәк. Аш бешереүҙән тыш мохтаждарға кейем, башҡа кәрәкле әйберҙәр тапшырырға теләгәндәр ҙә бар. Ярҙам төрҙәренең һәр ҡайһыһына шатбыҙ, ти Эльза Марат ҡыҙы. Ирекмәндәрҙең һанын ул яҡынса ғына күҙ алдына килтерә. Төрлө чаттарҙа бер нисә йөҙ кеше теркәлгән. Бәлештәр бешеп сығыуға автоирекмәндәр ҙә килеп етә. Барыһы ла ойошҡанлыҡ менән йыйнаҡ үтә. Ризыҡ йылы көйөнсә барып етергә тейеш. Туҡланыу нөктәһе башҡаланың Кировоград урамында. Күнегелгән урында ирекмәндәрҙе көтөп алалар.Көндәлек тормошта ярҙамға мохтаждар тураһында уйланмайбыҙ, уларҙы күрмәйбеҙ, күпме кеше ауыр хәлгә тарығанын белмәйбеҙ. 2024 йылды Башҡортостан Башлығы һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе хәстәрләү йылы, тип атарға тәҡдим итте. “Изге ҡала” төркөмдәштәренең башланғысы был тәҡдимгә тулыһынса тап килә. Быйыл ирекмәндәр иҫәбе күбәйер, ә мохтаждар һаны кәмер тигән өмөттәр ҡала.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».