Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәйен - ямғыр, ҡышын - ҡар һыуы

Крандан аҡҡан һыу ҡаты. Ҡалала уны таҙартыу өсөн хлор йәки башҡа ҡатнашмалар ҡушыла. Шуға ҡышын гөлдәргә, үҫентеләргә ҡар һыуы әҙерләгеҙ. Ҡыш көнө гөл һәм үҫентеләрегеҙгә ҡар, йәйен - ямғыр һыуы һибегеҙ. Улар крандан аҡҡан һыуға ҡарағанда йомшағыраҡ, төрлө минералдарға ла бай. Ҡарҙы тик таҙа урындан алырға кәңәш ителә, юл, сәнәғәт предприятиелары янынан алмағыҙ. Ҡар һыуын үҫемлектәр бик ярата, уларҙың иммунитеты нығый, биохимик процестары әүҙемләшә. Ҡарҙы иретергә һәм бүлмә температураһына тиклем йылытырға кәрәк. Ҡар һыуы "тере" һыу һанала, орлоҡтарҙы уята, гөлдәрҙең иммунитетын нығыта, көс бирә. Ҡар һыуын һыулаған гөлдәрҙең сәскәләре лә сағыу була, оҙағыраҡ та ултыра. Фото: flor2u.ru