Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡартайырға ашыҡмаһаң, йүгер!

Планетала “Үлемһеҙҙәр ере” тип аталған сәләмәтлек утрауы тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Японияның Окинава архипелагы йөҙйәшәрҙәр һаны буйынса бөтә донъяла лидер иҫәпләнә. Бында йөҙ йәште уҙған 400-ҙән ашыу кеше йәшәй. Ҡартлыҡты кисектереү өсөн сәләмәтлекте нисек нығытырға һәм һаҡларға мөмкин? Бөгөн шул хаҡта белгестәрҙең ҡайһы бер кәңәштәре менән таныштырмаҡсыбыҙ. Тормошта юғалтыуҙарһыҙ, үкенестәрһеҙ йәшәү мөмкин түгел. Гел генә үткәндәргә кире ҡайтып, яҡын кешеңде иҫкә төшөрөп яманһыулау, күңелһеҙлеккә бирелеү сәләмәтлеккә кире йоғонто яһай. Айырылышыу хәүефе, яңғыҙлыҡ тойғоһо йоҡонан яҙҙыра, һаулыҡты ҡаҡшата. Тикшеренеүселәр смартфон экранынан сағылған яҡтылыҡтың тән тиреһенең ҡартайыуына килтереүен иҫбатлаған, шуға күрә эксперттар уны көндәлек тормошта ҡулланыуҙы сикләргә кәңәш итә. Айырылышыуҙар,мөнәсәбәттәрҙе өҙөү бер саҡта ла эҙһеҙ үтмәй, көслө стресс организмда, күңелдә тәрән яра ҡалдыра. Бындай саҡта яҡындарыңдың, психологтарҙың кәңәшенә таяныу мөһим. Көн һайын ун минут тирәһе китап уҡыу нервыларҙы тынысландырыу һәм стресс кимәлен кәметеүҙә – иң яҡшы “дарыу”. Оҙаҡ йылдар тәмәке тартҡан кешеләр был ғәҙәттең йән көйгәндә, ауырлыҡтарға осрағанда, ҡайғыға ҡалғанда ярҙам итеүен билдәләй. Ғәмәлдә хәл киреһенсә, улар тәмәке көйрәтмәгәндәрҙән айырмалы, аҙ ғына етешһеҙлекте лә, аңлашылмаусанлыҡты ла ауыр кисерә, нервыһы бик тиҙ ҡуҙғый. Йортта бесәй аҫрау йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен 40 процентҡа кәметә, тип иҫәпләй белгестәр. Көн һайын аҙ ғына миҡдарҙа ҡара шоколад ашау тире ҡартайыуын аҡрынайта. Татлы ризыҡтың кәйефте күтәреүҙән тыш, математикаға һәләтлелекте үҫтереүе лә билдәле. Тәүлегенә 10 сәғәттән артыҡ йәки дүрт сәғәттән кәм йоҡлау ғүмер оҙайлығын ҡыҫҡарта. Иң яҡшыһы – ете-һигеҙ сәғәтлек сәләмәт йоҡо, ти тикшеренеүселәр. Кофе орлоҡтарындағы хлороген кислотаһы баш мейеһенә зыян килеүенән һаҡлай. Бер ваҡытта ла тормошона зарланмаған һәм ситтән ҡарағанда бик тыныс күренгән кешеләрҙең йәшерен хәүефтәрҙән һәм оҙайлы стрестарҙан башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ яфаланыуы ихтимал. Тормошон күбеһенсә ултырып үткәрергә ғәҙәтләнгәндәр йәшәү рәүешен үҙгәртергә тейеш, сөнки ҡанда кислород кимәле кәмеүе, мейе эшмәкәрлегенең аҡрынайыуы сәләмәтлеккә кире йоғонто яһай. Белгестәрҙең иҫбатлауынса, яҡындарың, туғандарың һәм дуҫтарың менән даими бәйләнештә йәшәү иммун системаһын 60 процентҡа нығыта. Бәхетле һәм дәртле кешеләрҙең иммун системаһы тулы ҡеүәтенә эшләй. Оҙаҡ ваҡыт телевизор тапшырыуҙарын ҡарау ял түгел, киреһенсә, ҡайһы бер көндәлек эштәрҙе башҡарыуҙан да нығыраҡ арыта. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, уйын-көлкө, кеше организмындағы антиесемдәр эшмәкәрлеген шәбәйтеп, яман шеш күҙәнәктәрен һәм вирустарҙы юҡҡа сығарырға ярҙам итә, имеш. Һәр хәлдә сәләмәтлеккә табан ниндәйҙер ырамлы аҙым яһарға бер саҡта ла һуң түгел. Фото:https://yalta.spb.ru/stati/rol-chteniya-knig-v-zhizni-pozhilogo-cheloveka/