2023 йылда Башҡортостан ҡалалары һәм ауылдары урамдарында өҫтәмә рәүештә 21 мең яҡтыртҡыс һәм 6,4 мең таяу ҡуйылған. Урамдарҙың яҡтыртылған өлөштәренең дөйөм оҙонлоғо 298 километрға артҡан. Был хаҡта республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе. Уны республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы. Башҡортостанда урамдарҙы яҡтыртыуҙы яҡшыртыу буйынса саралар төрлө программалар сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, 2023 йылда төбәк Башлығы ҡушыуы буйынса тышҡы яҡтыртыу системаларын яҡшыртыу буйынса республика программаһы тергеҙелде. Уға 300 миллион һум йүнәлтелгән. Ул 8 140 яҡтыртҡыс урынлаштырырға мөмкинлек бирҙе, был план күрһәткестәренән ике тапҡырға күберәк. Программа ярҙамында 215 километр юл һәм социаль объекттарға – мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, дауаханаларға 1 029 барыу урыны яҡтыртылды. Тораҡ пункттарҙың яҡтыртылышын яҡшыртыу өсөн муниципалитеттар энергия сервисы контракттары механизмын да әүҙем файҙалана. Ул 2018-2023 йылдарҙа 20 ҡала-районда 86 мең яҡтыртҡысты алмаштырыу мөмкинлеге бирҙе. 2024 йылға тағы 15 мең яҡтыртҡысты яңыртыу планлаштырылған. Урындағы бюджеттар иҫәбенә 2023 йылда муниципалитеттарҙа өҫтәмә 5 245 яҡтыртҡыс һәм 349 таяу ҡуйылған. Яҡтыртыуҙы модернизациялау буйынса башҡа программалар сиктәрендә – 7 меңдән ашыу яҡтыртҡыс һәм 2 мең таяу. – Яҡтыртыуҙы яҡшыртыу – бик мөһим тема. Зауыҡ мәсьәләһе генә түгел. Беҙ ҡараңғы урындарҙы яҡтыртҡанда, халыҡтың именлеге күтәрелә, юлдарҙа авариялар кәмей, – тине Радий Хәбиров. – Был эште артабан да дауам итергә кәрәк. Республика етәксеһе төбәк Хөкүмәтенә Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығы менән берлектә муниципаль энергия сервисы контракттары практикаһын һәм уларҙан алынған иҡтисади һөҙөмтәне анализларға ҡушты. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.