Күптән түгел Башҡортостанда яңы ғилми үҙәк асылды. Ул – Евразия ғилми белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусындағы Геном үҙәге. Бөгөн унда республика журналистары һәм блогерҙар өсөн ҡыҙыҡлы экскурсия булды. Үҙәк вәкилдәре бында нимәләр урынлашҡандарын күрһәтте, лабораториялар эше менән таныштырҙы. Аҙаҡ Геном үҙәгенә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килде. Был көндө бында студенттарҙың үҙидара лидерҙары форумы үтә ине. Башлыҡ студсовет етәкселәре, юғары уҡыу йорттарының беренсел профсоюз ойошмалары ағзалары, шулай уҡ академик төркөмдәр старосталары менән осрашты. Форум власть органдары һәм уҡыусы йәштәр араһында диалог төҙөүгә, уның вәкилдәрендә идара итеү күнекмәләрен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Радий Хәбиров үҙенең инеш һүҙендә республикала фәнгә һәм юғары мәктәпкә ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне. – Башҡортостанда һөнәри белем биреү һәм фәнни мөхиттең нисек үҫешеүен күрһәтеү өсөн һеҙҙе махсус рәүештә яңы Геном үҙәгенә йыйҙыҡ. Был йүнәлештәргә байтаҡ ресурстар һалабыҙ. Тәү сиратта кәрәкле инфраструктураны булдырыуға көс һалдыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Был майҙансыҡта Вуз-ара студенттар кампусының икенсе сиратын төҙөйбөҙ, унда йәштәр өсөн заманса уҡыу һәм ижади киңлектәр булдырабыҙ. Бында уңайлы шарттарҙа 4,5 мең кеше йәшәйәсәк. Был бик етди проект. Республика тырышлығы менән егеттәр һәм ҡыҙҙар һөнәри белем алыу өсөн Башҡортостандың уҡыу йорттарын һайлай, тине ул. – Элек йәштәр миграцияһы сальдоһы кире ине – республиканан бик күп йәштәр китте. Әле беҙ был тенденцияны үҙгәртә алдыҡ. Һәм беҙгә йыл һайын 4,5 мең уҡыусы килә. Был – йәштәребеҙҙең хәлен, торошон белеп тороу өсөн мөһим күрһәткес. Әлбиттә, мәктәпте тамамлаусыларҙың бер өлөшө һөнәри белем алыу өсөн Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа ҡалаларҙың алдынғы юғары уҡыу йорттарын һайлауына ҡаршы түгелбеҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙ был балалар менән бәйләнеште юғалтмайбыҙ һәм уларҙы уҡыуҙы тамамлағандан һуң тыуған республикабыҙҙа көтәбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ тағы ла бер тенденцияны күрҙек – хәҙер күп кенә йәштәр мәктәптән Һуң Башҡортостандың урта махсус уҡыу йорттарын һайлай. Шуға күрә әле беҙ колледждарыбыҙҙы яңыртыу менән етди шөғөлләнәбеҙ. Төбәк етәксеһе шулай уҡ белем биреү процесын ойоштороуҙа һәм йәштәрҙең шәхси сифаттарын формалаштырыуҙа студенттарҙың үҙидара лидерҙарының ролен юғары баһаланы. – Студенттарҙың үҙидараһы, профсоюз хәрәкәте лидерҙарының ниндәй йөк тартыуын яҡшы аңлайым. Башҡортостанда 100 меңгә яҡын студент уҡый, шул иҫәптән һеҙҙең аша улар менән диалог төҙөйбөҙ, – тине Радий Хәбиров. – Коллективтар менән идара итеү – бик мөһим эш йүнәлеше. Уның менән профессиональ шөғөлләнеү бик мөһим. Һеҙҙең күптәрегеҙ төрлө ойошмаларҙың етәкселәре була алыр һәм республикабыҙҙың артабанғы үҫеше өсөн яуап бирер, моғайын. Осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университетының өфө филиалы студенттарын һәм коллективын уҡыу йортоноң – 95 йыллығы менән, Ә Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты уҡытыусыларын һәм уҡыусыларын факультеттың 35 йыллығы менән ҡотланы. Йәштәр быны телефондарына төшөрөп алды һәм уҡыу йорттарында күрһәтергә булды. Осрашыу “Һорау-яуап” форматында үтте. Студенттар йәштәрҙе борсоған бик күп һорауҙарын бирҙе һәм ентекле яуаптар алды. Осрашыу һуңында етәксе алдынғы ирекмән-студенттарҙы бүләкләне. Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.