...Өфөнөң элекке Свердлов урамы - студенттарҙың йәшәгән урыны. Унда Башҡорт дәүләт педагогия институтынының һәм Башҡорт дәүләт университетының бер нисә ятағы урынлашҡан. Трамвай Аксаков урамы буйлап килә лә Свердлов урамына борола, унда килгән бар студенттар ошо туҡталышта төшөп ҡала. Йәй айы. Һомғол буйлы йәш ҡыҙ трамвайҙа килә. Зәңгәр сәскәләр төшөрөлгән аҡ блузка өҫтөнә кейгән күк сарафаны уның нескә билен, зифа тәнен тағы ла һомғолораҡ күрһәтә. Айҙай балҡыған түңәрәк йөҙөндә уйсан зәңгәр күҙҙәр, хәс тә ике күлде хәтерләтә. Йылҡылдап торған оҙон һары сәс толомдарын тағатып ебәрһә лә, ике сикә өҫтөнән толомдар үреп, улар таралып китмәһен тип, ыҡсым ғына итеп бәйләп ҡуйған. Ҡашыҡҡа һалып йоторлоҡ һылыу ине ҡыҙ! Трамвайҙа килгән йәш егет тәү күреүҙән үк ҡыҙға ғашиҡ булды. Танышырға теләп, ул ҡыҙға яҡынлашты. Ҡыҙ егеткә арҡаһын ҡуйып, боролоп торҙо. Егет түҙмәне, ҡыҙҙың сәстәрен тотоп еҫкәне. Трамвайҙа ултырғандар дүрт күҙ менән уларҙы күҙәтте. Ҡыҙ оялды, трамвай артына барып баҫты. Егет унан ҡалманы, артынан эйәрҙе. Туҡталышҡа килеп еттеләр. Студенттар туҡталышында икеһе лә төшөп ҡалды. Егет ҡыҙҙың артынан эйәрҙе, танышырға теләп, исемен, ҡайһы уҡыу йортонда, ниндәй факультетта уҡыуын һорашты. Ҡыҙ яуап бирмәне. Артынан бер тотам ҡалмай килгән егетте һанға һуҡмауы булдымы, әллә үҙенә тиң булырлыҡ егет түгел тип яҡынлатмауы булдымы - әйтеүе ҡыйын. Йәшлек ул шуның өсөн дә йәшлек - ахмаҡ, йүләр саҡ. Ғорур саҡ, аҡылһыҙ саҡ. Кем белә, бер күреүҙә ғашиҡ булған егет йәш ҡыҙҙың, бәлки, ғүмерлек йәре булғандыр? Ә ҡыҙ бик ғорур ине! Мөхәббәт утында янған егеттәрҙе күрмәне лә, ишетмәне лә, уларҙы һанға ла һуҡманы. Ҡыҙ үҙенең берҙән-берен, толпар атҡа атланып килгән әкиәттәге батырын көттө... Өфө урамы буйлап әкрен генә атлап оло йәштәге ҡатын килә. Шул уҡ туҡталышта туҡтаны ул. Улар йөрөгән юлда хәҙер бейек йорттар ҡалҡып сыҡҡан. Ҡатын йәшлектәге теге егетте күҙ алдына килтерҙе. Танышмаҫлыҡ егет түгел ине шикелле. Төҫкә-башҡа арыу, күҙҙәре ут сәсеп тора ине. Хәҙер килеп сыҡһа ине ҡаршыһына ул егет! Һис тә һауаланып тормай һөйләшеп, танышыр ине... Шул саҡ ҡатын янынан пырх итеп йәш егет менән ҡыҙ ҡосаҡлашып үтеп китте. "Бәхетлеләр..." - тип ҡатын уларҙың арттарынан ҡарап ҡалды. - Бәхетле булыу өсөн ғорурлыҡ кәрәкмәй икән.Һылыулыҡтан һыу эсмәйҙәр. Тәкәбберлек — оло гонаһ икәнен утты-һыуҙы үткән ҡатын хәҙер белә... P.S. Минең дәүер ҡыҙҙары шундай саф, эскерһеҙ булды, ысын мөхәббәткә ышанып йәшәне. Әкиәти саф мөхәббәткә ышанды, ә ысынбарлыҡта тормош ни тиклем ауыр икәнен күҙалламаны. Ниндәй генә ауырлыҡтарҙы үтмәне, әммә бирешмәне, еңеп сыҡтылар. Автор: Тәнзилә Кейекбаева. Фото: ru.wallpaper.mob.org