Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эшҡыуар хәрби атрибутика тегеү буйынса эшен үҫтерергә теләй.

Хәйбулла районы хакимиәтендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" үтте. Унда ике инвестиция проекты ҡаралды. «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә Татыр-Үҙәк ауылынан Дилә Исҡужинаның инвестиция проекты тәҡдим ителде. Дилә киләсәктә ателье асырға һәм хәрби атрибутика тегеүҙә махсуслашырға ниәтләй. Әлеге ваҡытта ул агросәнәғәт комплексы программаһы буйынса финанс ярҙамы алыуға конкурста ҡатнашыуға документтар тапшырған. Алынған субсидияны кәрәкле ҡорамалдар һатып алыу өсөн файҙаланыу күҙаллана. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн Дилә Аҡъяр ауылындағы бинаны ҡуртымға алырға ниәтләй. Әңгәмә барышында комиссия төп средстволар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға муниципаль программа сиктәрендә финанс ярҙамы алыу буйынса программаларға аңлатма бирҙе. Был “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткән йылда һуңғыһы булды, һәм йыл дауамында ошо ултырыштарҙа 85,5 миллион һумдан ашыу суммаға 55 проект ҡаралған. Район биләмәһендәүҙ эшен асырға теләүселәр 2024 йылда да район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә ала. Әгәр һеҙ үҙ проектығыҙҙы Хәйбулла районы биләмәһендә тормошҡа ашырырға йәки ғәмәлдәгеһен киңәйтергә теләйһегеҙ икән, “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыуға ғариза ҡалдырығыҙ. Быны https://investrb.ru/ru/business/business_support/busi һылтанмаһы буйынса Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында эшләргә була йәки алдан: (34758) 2-12-35, 2-18-99, 893732040 телефондары буйынса яҙылырға мөмкин Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Хәйбулла районы хакимиәте.