Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эшһеҙлек өсөн 27 миллион һум

Быйыл республикала бизнес асыуға 27 миллион һум самаһы аҡса бүленде. 2023 йылда “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) буйынса эшһеҙ граждандарҙың эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуҙы башлауға булышлыҡ итеү программаһында 3,4 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан. Был программа сиктәрендә Башҡортостандың халыҡ мәшғүллеге хеҙмәттәре эшһеҙ граждандарға төрлө хеҙмәттәр күрһәтә, мәҫәлән, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге нигеҙҙәрен өйрәтеү, үҙ бизнесын асыу өсөн бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙамы (хәҙерге ваҡытта уның күләме 153 мең һум тәшкил итә). Программала ҡатнашыусылар иҫәбенән 720 кеше һуңынан үҙ эшен асҡан, шуларҙың 175-е эшҡыуарлығын программаның финанс ярҙамы менән башлаған. Был ниәттән республика граждандарына, дөйөм алғанда, 27 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Был программа сиктәрендә финанс ярҙамы арҡаһында быйыл 81 кеше үҙмәшғүллектә (46%) теркәлгән, 91 кеше шәхси эшҡыуар (52%) булып киткән, 3 кеше юридик шәхес булараҡ (2%) теркәлгән. Мәшғүллек үҙәктәре клиенттары бөҙрәхана, матурлыҡ һәм химик таҙартыу салондары кеүек хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә бизнестарын асҡан. Эшҡыуарҙар араһында популярлығы буйынса икенсе урында малсылыҡ һәм үҫемлекселек өлкәһе, йәғни ауыл хужалығы ҡоштарын үҫтереү һәм үрсетеү, умартасылыҡ, һөтлө эре мөгөҙлө мал үрсетеү, йәшелсә үҫтереү һәм башҡалар тора. "Демография" милли проекты Рәсәй Президенты В.В. Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла. Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.