Тиҙҙән Яңы йыл байрамдары етә, балаларҙың каникулдары ла башлана. Байрам табынына йәиһә балаларҙы бер аҙ ҡыуандырып бик тәмле суфле эшләп алырға мөмкин. Бер стакан( 250 гр) йылы һыуға 20 гр желатин һалып болғатабыҙ (бүртә тора). Икенсе һауытҡа 500 гр ҡаймаҡ (20% ) бер стакан шәкәр һалып болғатабыҙ. Желатинды утҡа аҡрын ҡына ултыртып, ул иреп бөткәнсә болғатырға кәрәк. Артабан уны эҫе килеш ҡаймаҡлы һауытҡа ҡоябыҙ. Өҫтөнә ярты сәй ҡалағы ғына лимон кислотаһы һалабыҙ. Шәкәре иреп бөткәнсә болғатырға тырышығыҙ. Әҙер массаға үҙегеҙ теләгән емеш-еләкте һалып, матур һауыттарға ҡойоп, туңдырғысҡа төнгөлөккә ҡалдырабыҙ. Иртәнге сәйгә тәмле һәм шифалы суфле әҙер була. Мин ғәҙәттә туңдырғыста булған емеш-еләкте файҙаланам, бигерәк тә еләк һәм ҡарағаттан бик тәмле килеп сыға. Автор фотоһы.