Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәсетле районында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәр – Әнүәр Солтанов, Илгизәр Әхкәмов, Руслан Шакиров, Дмитрий Пастухов, Илфаҡ Ғәлиуллин, Радик Абдуллин, Вадим Мөхәмәтов, Илдар Фәйрүзов, Владислав Щербинин һәм Тимур Афризунов ғаиләләре менән осрашты. –Һеҙҙең улдарығыҙ һәм ирҙәрегеҙ – ысын геройҙар. Рәсәй һәм Башҡортостан бер ваҡытта ла уларҙың ысын ирҙәрсә аҙымын онотмаясаҡ. Уларҙың бөтәһе лә тиерлек һәләк булғандан һуң Ҡаһарманлыҡ ордендары менән наградланды, – тине Радий Хәбиров. – Ваҡыт килер, махсус хәрби операция беҙҙең еңеү менән тамамланыр, һәм беҙ Өфөлә мотлаҡ хәтер мемориалы төҙөрбөҙ. Ул хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәгән Башҡортостан улдарының, яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығына һәм героизмына арналасаҡ. Радий Хәбиров генерал Шайморатов орденын Илгизәр Әхкәмовтың, Руслан Шакировтың, Дмитрий Пастуховтың, Илфаҡ Ғәлиуллиндың һәм Тимур Афризуновтың ата-әсәһенә һәм ҡатындарына тапшырҙы. Ата-әсәләр үҙ сиратында республика етәксеһенең шәхсән иғтибары һәм ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. –Беҙ һеҙҙең даими рәүештә хәрби хәрәкәттәр зонаһында булыуығыҙҙы, егеттәребеҙгә ярҙам итеүегеҙҙе күрәбеҙ. Район хакимиәте башлығына ла рәхмәтлебеҙ, ул беҙҙең менән һәр саҡ бәйләнештә, – тине ата-әсәләр. – Республика кардиология үҙәгендә реабилитация һәм һауыҡтырыу программаһы ойошторолоуы өсөн дә рәхмәтлебеҙ. Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләре үтенестәре буйынса республиканың министрлыҡ һәм ведомстволарына дауалау, пенсияларҙы тәғәйенләү һәм балаларҙы уҡытыу мәсьәләләренә ҡағылған поручениеларҙы хәл итергә ҡушты. Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/173812.html
Радий Хәбиров һәләк булған яугирҙәр ғаиләләре менән осрашты
29 декабря 202329 дек 2023
1 мин