Туймазы районының илһөйәрҙәре тыуған ерҙәренә әүҙем ярҙам итә. Мәғлүм булыуынса, “Атайсал” республика проекты буйынса улар 350-нән ашыу изге эште ғәмәлгә ашырған. Был проектҡа район предприятиелары ла әүҙем ҡушылған. Мәҫәлән, “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең филиалы – Туймазы нефть үткәргес идаралығы Собханғол ауылы мәктәбенә йылдар дауамында даими ярҙам күрһәтә. Быйыл предприятие мәктәп ашханаһын ремонтлаған. –Быйыл мәктәп ашханаһындағы биналарҙы ремонтланылар - плитәне алмаштырҙылар, стеналарҙы буяп, яңы ишектәр ҡуйҙылар, аҙыҡ-түлек блогында елләтеү системаһын яңырттылар, - тип уртаҡлашты Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/ataysalrb