Найти в Дзене

"Ашамлыҡ банкы"ның төбәк бүлексәһе асыласаҡ

Түбәнге Новгородта «СО.Белем» халыҡ-ара форумында «Русь» ашамлыҡ банкы» хәйриә фонды һәм Рәсәй Федерацияһының өс субъекты араһында стратегик партнерлыҡ тураһында Меморандумға ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте. Банк яғынан документҡа - «Русь» аҙыҡ-түлек банкы» хәйриә фонды президенты Юлия Назарова, Башҡортостан яғынан республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - БР финанс министры Лира Иғтисамова ҡул ҡуйҙы. Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйып, Башҡортостан «Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса стратегик инициативалар агентлығы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы ярҙамында төбәктең аҙыҡ-түлек банкын булдырыу хаҡында ҡарар ҡабул итә. Яҡын арала фонд төбәк командалары менән тейешле инфраструктура төҙөйәсәк һәм эште ғәмәлгә индереүгә әҙерләнәсәк. Маҡсаты - 300 тонна аҙыҡ-түлек күрһәткесенә сығыу, был ай һайын мохтаж булған 10 мең кешегә ярҙам итеү. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22498/