Найти тему
Башҡортостан гәзите

Конкурс еңеүселәре сертификатҡа лайыҡ булды

15 декабрҙә Башҡорт теле көнөн байрам итеү сиктәрендә дөйөм белем биреү ойошмалары араһында «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурс башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ижади эшмәкәрлеген үҫтереүгә, уларҙың һөнәри үҫешен дәртләндереүгә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарының матди-техник базаһын нығытыуға, башҡорт телен туған һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыу буйынса инновацион эшләнмәләргә һәм технологияларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Эксперт баһаһы йомғаҡтары буйынса 10 еңеүсе билдәләнде: - Дыуан районы Мәсәғүт ауылының гимназияһы; - Белорет районының Я.Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы; - Хәйбулла районының Бүребай дөйөм белем биреү мәктәбе; - Баймаҡ районы Ярат ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе; - Илеш районы Үрмәт ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Рсай ауылы филиалы; - Мәләүез районының Нөгөш дөйөм белем биреү мәктәбе; - Ҡариҙел районының Байҡыбаш урта дөйөм белем биреү мәктәбе; - Сибай ҡалаһы гимназияһы; - Стәрлетамаҡ ҡалаһының Н.И. Суханов исемендәге 33-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбе; - Өфөләге айырым фәндәрҙе тәрән өйрәнеү буйынса 114-се белем биреү үҙәге. Конкурс еңеүселәренә – башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары мөдирҙәренә 2024 йылда «Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә кабинетты мультимедиа комплексы менән йыһазландырыуға сертификаттар тапшырылды. Бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя. Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.