Бөрө районының Калинники ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, тәүге фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Бина стандарттарға ярашлы тулыһынса йыһазландырылған, планлы, кисектергеһеҙ һәм ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар бар. Медицина учреждениеһында коммуникациялар үткәрелгән, һалҡын һәм ҡайнар һыу, электр уты менән тәьмин ителгән. Аҙ хәрәкәтләнеүсән кешеләр өсөн асыҡ мөхит булдырылған. Фельдшер-акушерлыҡ пунктына юғары тиҙлекле интернет индерелеүе фельдшер өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙыра, Бөрө үҙәк район дауаханаһы һәм республика стационарҙары табиптары менән телемедицина консультациялары үткәрергә, кәңәшләшергә була. –Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында Калинники, Керәүеш, Старцин, Саруа, Зуев ауылдары халҡы хеҙмәтләндереләсәк. Барлығы 879 кеше, – ти Бөрө үҙәк район дауаханаһының баш табибы Айҙар Хаматов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.