Найти тему
Башҡортостан гәзите

Был сирҙең дауаһы юҡ

Бөгөн – Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө. Был хәүефле сир – ВИЧ-инфекцияһы үҫешенең һуңғы стадияһы. Уның тәүге осрағы 1981 йылда асыҡланған, ә ике йылдан һуң сәбәбе – ВИЧ билдәле булған. Иҫ киткес юғары тиҙлек менән тарала башлаған, шуға күрә халыҡҡа һауығып булмай торған был сир тураһында тейешле мәғлүмәтте еткереү өсөн Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 1988 йылда 1 декабрҙе СПИД менән Бөтә донъя көрәш көнө тип иғлан итте. 1991 йылдан ҡыҙыл таҫма СПИД тураһында белдереүсе халыҡ-ара символ булып хеҙмәт итә. Сирле кешенең ҡаны, спермаһы, еңсә көпшәһе бүлендектәре, күкрәк һөтө, тура эсәк секреттары һаулыҡ өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Сир ҡосаҡлашҡанда, ҡулдарҙы ҡыҫып күрешкәндә йоҡмай. Шулай уҡ бер ваннала йыуынғанда, бассейнда йөҙгәндә, дөйөм һауыт-һабанан ҡулланғанда йоғошло түгел. Кешенең иммунодефицит вирусы иммун системаһына һөжүм итеп, уны ҡаҡшата. Инфекция сирле кешенең организм шыйыҡлыҡтары аша сәләмәт кешегә йоға. Әлеге көндә был сирҙе дауалау сараһы табылмаған. Әммә антиретровирус терапияһын алған ауырыу вирус йоҡтормаған кеше йәшәгән хәтлем йәшәй ала. Иң мөһиме – инфекцияның артабан таралыуына юл ҡуймау. Теләгән һәр кем аноним рәүештә дәүләт медицина учреждениеларында ВИЧ-ҡа бушлай тикшереү үтә ала. Нәсих Хәлисов фотоһы.