Башҡортостан Республикаһының Иглин ауылынан йәш эшҡыуар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса ярҙам алды һәм үҙ бизнесын киңәйтте. 2023 йылда автосервис хужаһы Павел Матросов рәсми рәүештә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген теркәгән. Аҡыллы бизнес-план, үҙ эшмәкәрлегенең маҡсаттарын һәм бурыстарын аныҡ аңлау уға дәүләт ярҙамы һорап Иглин районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә. Һөҙөмтәлә эшҡыуар социаль контракт төҙөгән һәм кредит ойошмалары ассоциацияһы программаһы буйынса 350 мең һум күләмендә субсидия алған. Был аҡсаға эшҡыуар күтәргес, компрессор, пресс, шулай уҡ инструменттар һатып алған. Әлеге ваҡытта уның Урман техникумы урамындағы автосервисы уңышлы эшләй, шәхси клиент базаһы бар. Еңел автомобиль хужалары эшҡыуарға двигателдәрҙе, ходовой өлөшөн ремонтлауҙы, техник хеҙмәтләндереүҙе һәм башҡа ремонт төрҙәрен ышанып тапшыра. Ремонтҡа ике аҙнаға алдан яҙылыу бар. Павел Матросов маҡсатҡа ныҡышмалы табан бара, бизнесты киңәйтергә һәм үҫтерергә ниәтләй. Һөнәри эшмәкәрлегенән тыш, ул хәйриәлек менән дә шөғөлләнә – балалар йортона даими ярҙам итә, уның шефлыҡҡа алынған етем балалары бар, ул уларҙы тәрбиә дәрестәре бирә. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Иглин районы хакимиәте.