Найти тему
Башҡортостан гәзите

Паспортлы булдылар

“Беҙ – Рәсәй граждандары!” Беренселәр Хәрәкәтенең гражданлыҡ-патриотик акцияһы һәм “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Мәсетле районында 14 йәше тулған уҡыусыларға Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорттарын тапшырыу тантанаһы үтте. Тантаналы шарттарҙа балаларға ил гражданының төп документын район хакимиәте, Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе вәкилдәре тапшырҙы. Улар йәш граждандарҙы документ алыуҙары менән ҡотланы, Рәсәй гражданы исемен намыҫ менән йөрөтөүҙәрен, үҙҙәренең алдына юғары маҡсаттар ҡуйыуҙан ҡурҡмауҙарын теләне. Уҡыусылар гимн башҡарҙы һәм Ватанға тоғролоҡҡа тантаналы вәғәҙә бирҙе, лайыҡлы граждандар булырға, Ватанға тоғро хеҙмәт итергә, Рәсәйҙең мәнфәғәттәрен, именлеген һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡларға теләк белдерҙе. Тантанала ҡатнашыусыларҙың һәр береһенең иҫтәлегенә Беренселәр хәрәкәте символикаһы төшөрөлгән паспорт тышлыҡтары тапшырылды. “Беренсе тапҡыр паспорт алыу – һәр кешенең тормошонда иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Мин балаларҙы ихлас ҡотлайым һәм уларға мөмкин тиклем күберәк мөмкинлектәрен файҙаланырға, үҙҙәре һәм теләктәре хаҡында белдерергә теләйем”, – тип ҡотланы халыҡ менән эшләү һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге етәксеһе Илнур Вәлиев. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Мәсетле районы хакимиәте.