Найти в Дзене
Башкортостан 24

Яңы сорттар

   Яңы сорттар
Яңы сорттар

Яңы сорттар

Башҡортостан ғалимдары йомшаҡ бойҙайҙың элита орлоҡтары геномын үҙгәртеп яңы сорттар сығарыу эшенә тотондо. Генетиктар уларҙың сереүгә бирешмәҫ һәм ҡоролоҡҡа сыҙам һәләттәрен нығыта. Һынауҙар «Хлеба России» федераль проектына ярашлы башҡарыла. Күләмле проектта Петербургтың Николай Вавилов исемендәге Бөтә Рәсәй үҫемселек институты коллективы менән бергә илдең төрлө төбәктәре фәнни-тикшеренеү инстуттары, шул иҫәптән Өфө тикшеренеүҙәр үҙәге лә ҡатнаша. Ентекләберәк киләһе сюжетта. Лаборатория шарттарында уны килтереп сығарыуы һәм үҫтереүе генә еңел түгел. Тәүҙә йомшаҡ бойҙайҙың геномын алмаштырырға кәрәк. Артабан белгестәр ДНК молекулаһын етлекмәгән бәбәккә урынлаштыра. Һәм «Петри» тип аталған ябыҡ һауыттарҙа уның яраҡлашыу-яраҡлашмауын күҙәтә. Ҡайһы бер гендарға кәртә ҡуйырға, ә ғалимдар һүҙҙәренсә “нокаутҡа” оҙатырға кәрәк. Был иһә бойҙайҙың сир һәм ҡоролоҡҡа сыҙамлығы өсөн мөһим. Үҫемлектәр артабан тупраҡлы көршәктәргә күсереп ултыртыла. Ергә яраҡлашһын һәм орлоҡ бирһен өсөн. Генетикаһы “төҙәтелгән” бойҙайҙан алынған ДНК өлгөһөн секвенаторҙа һынайҙар. Бында уның үҙгәрештәре асыҡлана. Артабан үҫемлек селекционерҙарға тапшырыла. Бойҙайҙың яңы сорттарын сығарыу менән Өфө тикшеренеүҙәр үҙәгенең биохимия һәм генетика институты коллективы шөғөлләнә. Ғалимдар фекеренсә, һауа торошоноң киҫкен, бигерәк тә йәйге миҙгелдәге үҙгәрештәре продукция сифатын һәм уңыш күләмен кәметә. Был күренеште заманса генетика технологиялары нигеҙендә сығарылған стрессҡа бирешмәүсән сорттар ғына үҙгәртә ала. Һынау-тикшеренеү эштәре «Хлеба России» федераль проект нигеҙендә бара. Планға ярашлы ғалимдар бойҙайҙың яңы сорттарын тиҙ арала сығарыр өсөн үҫемлектәрҙе “төҙәтеүҙең” ете линияһын булдырырға тейеш. Өфө тикшеренеүҙәр үҙәгенән тыш был эш менән илдең һигеҙ фәнни учреждениеһы мәшғүл. Һынауҙарҙы көйләүсе Бөтә Рәсәй үҫемлектәрҙең генетика ресурстары институты әлегә бар донъянан бойҙайҙың 30 меңдән ашыу сорт өлгөһөн туплаған. Генетиктар лабораторияла эшләгән арала уларҙың Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институтындағы хеҙмәттәштәре Өфөнә алыҫ түгел һынау баҫыуҙарында ужым бойҙайының «Башкирская-12» сортын күҙәтә. Яңы төр бойҙан быйылдан дәүләт реестрына алынған. Селекционерҙар уны сығарыр өсөн 12 йыл тырышҡан. Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Нина Лещенко белдереүенсә, ужым бойҙайының был төрө һалҡын Урал ҡышы шарттарында уҙен яҡшы яҡтан танытҡан. Өфө генетиктары киләһе йәй институттың тәжрибә баҫыуында лабораторияла алынған яҙғы бойҙайҙы ғәмәлдә тикшерергә әҙерләнә. Тик уны киң сәсергә әле иртә. Өлгөләр бер нисә йыл һынала. Илдең аҙыҡ-түлек тәьминәте мәсьәләһенә селекционерҙар ҙа, генетиктар ҙа етди ҡарашта.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».