Баҡалылар махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам йыйыуҙы туҡтатҡаны юҡ. “Бына бөгөн дә ирекмәндәр штабы умарталай геү килеп тора. Үрелгән маскировкалау селтәрҙәре әҙер, ҡаптарға тултырылған. Иҙәндә алма төшөрҙәй ҙә урын ҡалмаған, тигәндәй, йәшниктәр, ҡаптар, төргәктәр менән тулған. Тегенселәр йылы кейем, пледтар тегеү эшен тамамлап, уларҙы ҡаптарға тултырған. Бөтә йөк әҙерләнеп бөтһә лә, штабҡа килеүселәр кәмемәй, посылка килтереүҙәрен дауам итәләр. Михайловка ауыл биләмәһе башлығы Андрей Оленников ҡатыны менән яҡташтарына күстәнәс килтергән. Урманай, Ҡуян кешеләре лә улдарына, ирҙәренә, атайҙарына тапшырыу өсөн йәшниктәрҙе әйберҙәр менән тултырыуҙарын дауам итә. Ирекмәндәр штабы етәксеһе Нина Дырнаева һәм башҡа белгестәр гуманитар йөктө ҡабул итеү, уңайлы итеп урынлаштырыу өсөн тырыша. Ә урамда торған күпте күргән УАЗ машинаһы тағы ла тоғро хеҙмәт итәсәк әле. Район мәғариф бүлеге уны махсус хәрби операция зонаһындағы яҡташтарына оҙата. Фото: https://bakalzori.ru/articles/obshchestvo/2023-11-20/volonterskiy-shtab-sela-bakaly-gudit-kak-uley-3528473