Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан өс тапҡырға күберәк аҙыҡ-түлек етештерә ала

Башҡортостанда бөгөн бәләкәй, урта һәм эре эшҡыуарлыҡ араһында төҙөлгән эшлекле хеҙмәттәшлек һөҙөмтәлелеген күрһәтә. Бөгөн республиканың агросәнәғәт тармағы кәрәкленән бер ярым тапҡырға күберәк продукция етештерә, ихтыяжды иһә өс тапҡырға арттырыу мөмкинлеге бар, — тине бөгөн Башҡортостандың ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының IV съезында Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Сара Өфөлә 23 ноябрҙән 25 ноябргә тиклем үткән «Беҙҙең бренд» фестивале сиктәрендә үтте. «Бөгөнгө иҡтисади хәлде иҫәпкә алып, барлыҡ ҡоралдарҙы ла ҡулланырға кәрәк. Заман ҡуйған талаптарҙы иҫәпкә алып, конкуренцияға һәләтле булырға, һәр заказсы өсөн, эске һәм тышҡы баҙарға аҙыҡ-түлек сығарыу өсөн көрәшергә тейешбеҙ. Ҡайһы бер компанияларҙың баҙарҙан китеүен иҫәпкә алып, улар етештергән продукцияға урындағы ерлектең аҙыҡ-түлеген тәҡдим итергә тейешбеҙ. Был йәһәттән беҙҙең предприятиеларҙың өҫтөнлөктәре күп: продукция тәбиғи сеймалдан әҙерләнә. Бөгөн тағы бер тапҡыр күргәҙмәне ҡарап сыҡҡандан һуң, етештерелгән аҙыҡ-түлектең тәү сиратта сифатына иғтибар иттек һәм уның заманса төрөлөүен билдәләнек», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Илшат Фәзрахманов. Республиканың ауыл хужалығы кооперативтары эшенең һөҙөмтәләре ысынлап та ҡыуандыра. Быны һандар раҫлай. Әйтәйек, Башҡортостандың ауыл хужалығы тармағының мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Ирек Сакаев белдереүенсә, төбәктә 425 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы эшләй. Биш йыл эсендә кооперативтар килемдәрен ун тапҡырға арттырған. Яҡынса йыл аҙағына ул 3 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Ауыл биләмәләрен үҫтереү буйынса агентлыҡ директоры (Мәскәү) Рената Бибарсова сарала видеоконференция аша сығыш яһаны. Ул Башҡортостанты ваҡ хужалыҡтарҙы үҫтереү һәм кооперативтар булдырыу буйынса стратегик республикалар иҫәбенә индерҙе. — Волга буйы федераль округы республикаларында эре компаниялар менән бер рәттән бәләкәй хужалыҡтарҙың килешеп, бергә-берә эшләүен күҙәтәбеҙ. Был хужалыҡтарҙың продукцияһын эске баҙарға һәм тышҡы баҙарға күберәк сығарыу мөмкинлеге бирә. Шул уҡ ваҡытта баҙарҙа ҡатнашыусыларҙың мәнфәғәттәре һаҡлана, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. Рената Бибарсова шулай уҡ игенселектең ваҡ формаларын үҫтереүгә йүнәлтелгән механизмдар тураһында һөйләне. Республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов Башҡортостанда ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына дәүләт ярҙамы саралары тураһында ентекләп һөйләне. Республикала кооперативтарҙы үҫтереүгә килем килтереүсе проекттар программаһы этәргес бирҙе, тип билдәләне ул. 2018-2019 йылдарҙа бер кооперативҡа 3 миллион һумға тиклем грант бирелгән, ике йыл эсендә 600 миллион һум бүленгән, ошондай гранттарҙы 124 кооператив алған. — 2024 йылдан әлеге программаны дауам итәсәкбеҙ, уға 100 миллион һум аҡса бүленгән. Программаға үҙгәрештәр индерелде. Шулай итеп, кооператив үҙ инвестицияларына ҡарап күберәк аҡса алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Мәҫәлән, 3 миллион һумлыҡ грант кәрәк булһа, кооператив 14 миллион һумға тиклем суммаға дәғүә итһә, үҙ аҡсаһының яҡынса 49 проценты кәрәк. Был ҡеүәтлерәк кооперативтарҙы киңәйтеү өсөн эшләнә, — тип билдәләне Ирек Сураҡов. Съезда шулай уҡ Рәсәйҙең кооперация университеты ректоры, Ҡазан кооператив институты ректоры Алсу Нәбиева сығыш яһаны, ул ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары менән ҡулланыусылар йәмғиәттәренең үҙ-ара эш итеүе тураһында һөйләне. Сергей Першуткин, Мари Иле Республикаһының Компетенция үҙәге етәксеһе, Ҡырғыҙстандың агробизнесмендар ассоциацияһы президенты Әзизә Юлдашева хеҙмәттәшлекте үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Фотолар Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан алынды.