Амур өлкәһендә вахта ысулы менән эшләп йөрөгән егет мобилизация тураһында ишетеү менән яуға барырға ниәт итә. “Медицина күҙәтеүе бик ҡәтғи булды, тәүҙән алманылар. Мөмкинлек булыу менән пехотасы булып махсус яҙылдым”, - ти Дағстанда хәрби хеҙмәт үткән егет. Әсәһе Зөлфиә Фәһим ҡыҙын борсомаҫ өсөн, вахта буйынса эшкә йыйындым, тип алдай. Өйләнмәгән, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп өлгөрмәгән ханымдың йөрәге, ишек төбөндәге юл сумкаһының ғәҙәттәгенән ҙурыраҡ икәнлеген күреп, һиҙенә. Дөрөҫлөк беҙҙең яҡта икәнлеген аңлап яуға ынтылған егетте тотоп буламы һуң! Контракт буйынса барған егет башҡа төрлө ҡушамат эҙләп тормай: бала саҡтан класташтары биргәнен һайлай. Дуҫлыҡ яуҙа һынала тигәндәй, беҙҙең ғәскәр сафында Нигерия, Азербайжан, Ҡытай, Корея илдәренән яугирҙәр булған. Пехотасы, аҙаҡ штурмлаусы булып дүрт ай яуҙа йөрөгән “Шәкүр” Авдеевкаға заданиеға барғанда яралана. Ваҡ ҡына киҫәктәргә бүленеп күп ерҙәге тереклекте шартлатҡан, тыныслыҡ урынлаштырғандан һуң да күп йылдар дауамында кешеләргә хәүеф тыуҙырған, кассеталы бомба менән ҡуллана ҡаршы яҡ. “Шәкүр” госпиталдә бер аҙ дауаланғандан һуң, атай-әсәй йортона ҡайтҡан. “Илһөйәрлек тойғоһо әсә һөтө, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәте менән биреләлер, тип уйлайым. Ватан өсөн тоғро көслө ир-егеттәр күп беҙҙә: Партизан ауыл биләмәһенән махсус хәрби операция зонаһына 18 ир-егет юлланған, шуларҙың 7-һе - үҙ ирке менән, 11-е мобилизация буйынса китте”, - ти ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Наталья Любишева һәм махсус хәрби операция башланғас та гуманитар ярҙамдан өҙмәгән фермерҙар Алексей Шамин, Андрей Акшенцев, Владимир Матвеев, Валерий Буров, Владислав Филатов, “Строгонов” йәмғиәте етәксеһе Артем Мөхтәруллинға рәхмәт һүҙен еткерҙе. Улының ҡайтыу шатлығынан йөрәкһегән ҡатын менән әңгәмәне икенсе йүнәлешкә бороп ебәрәбеҙ. Заманында уларҙың ғаиләһе Үзбәкстанда йәшәгән, 32 йыл туфлиҙа ғына ҡайтып төшкән ҡыҙҙы ҡарлы-буранлы Башҡортостан ҡаршы ала. Бында ул үҙенә тормош юлдашын таба, Александр Ильич менән ғаилә усағын ҡабыҙа. “Яуға киткәндә сиркәүҙән доғалы билбау, икона, моҡсайға тыуған ер тупрағын һалып ебәрҙем, иртәнсәк тороу менән доға уҡыным. Яраһы булһа, төҙәлер, тик тере ҡайтһын, тип Аллаһы Тәғәләнән һораным”, - ти Зөлфиә Фәһим ҡыҙы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенә аҡса талап итеп, ҡурҡытыу маҡсатында шылтыратҡандары тураһында ишетеп белгәнгә, сит-ят телефондан һөйләшкәндә “Нәнәйгә сәләм!” тигән фразаны пароль урынына ҡуллана улар. Октябрь башында яуға инер алдынан тауышын ишетеп, ике аҙнаға улынан хәбәр ишетелмәгәс, үҙенә урын таба алмай әсә йөрәге. “Ростовҡа еткәс, шылтыратырмын, тигәс, яраланғанын аңлап берсә иланым, ҡайтып килгәненә берсә ҡыуандым”, - ти ханым. Өйҙә стеналар ҙа ярҙам итә, тигән әйтем бар. Ейәне ҡайтыу шатлығынан өләсәһе лә Бөрө ҡалаһынан осоп тигәндәй килеп еткән. Янда өҙөлөп торған яҡындар булғанда тән яралары ла, йән яралары та төҙәлер, тик яу яланындағы дуҫтар ғына һағындырыла, шунда ғына күңел ынтыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.