Өфөлә үтәсәк ХVI Халыҡ-ара бизнес аҙналығында 22 ноябрҙә “Төҙөлөш тармағының һанлы киләсәге” тигән панель дискуссияһы ойоштороласаҡ. Был сараны ойоштороусылар – Башҡортостандың Төҙөүселәр ассоциацияһы, республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы, “Мәғлүмәти моделләү технологиялары өлкәһендәге ойошмаларҙың милли берекмәһе”, Өфө дәүләт нефть техник университеты. Сессияла Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Мәғлүмәттәр анализы һәм Берҙәм дәүләт һығымталар реестры етәксеһе урынбаҫары Алексей Иванов һәм башҡалар, шулай уҡ төҙөүселәр, архитекторҙар һәм проектсылар ҡатнашасаҡ. “Республиканың төҙөлөш тармағы өсөн һанлаштырыу өҫтөнлөклө маҡсаттарҙың береһе булып тора, төбәк был йүнәлештә әүҙем эшләй”, – ти төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин. “Беҙҙең бөгөнгө һәм иртәгәһе бурыс – һанлы проекттарҙы үҫтереү, уны башҡа системалар менән интеграциялау, уға республиканың ойошмаларын тоташтырыу, төҙөлөш һәм мөлкәт даирәһендәге процестарҙы автоматлаштырыу. Был йәһәттән Башҡортостанда төҙөлөш тармағы ҡулланырлыҡ уңышлы ғәмәли тәжрибә бар”, – ти республиканың дәүләт идараһын һанлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.